Ә йөрәк тимер түгел...10.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең билдәле кардиохирургы, медицина фәндәре докторы, профессор Ренат Аҡсурин менән осрашты.

Табип Өфөгә “Кардиология һәм кардиохирургия — проблемаға бер ҡараш” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу өсөн килгән. Осрашыуҙа республика кардиология хеҙмәтен үҫтереү мөмкинлектәре, шулай уҡ Башҡортостан халҡының ғүмер оҙайлылығын арттырыу, үлем кимәлен түбәнәйтеү юлдары тикшерелде.
Президент әйтеүенсә, һуңғы бер нисә йылда республикалағы кардиология хеҙмәтенең матди-техник базаһы ярайһы уҡ нығытылды, өр-яңы технологиялар, шул иҫәптән трансплантология өлкәһендә, ғәмәлгә индерелде, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү әүҙем тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта әле уртаса ғүмер оҙайлылығы 69,8 йыл тәшкил итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйған бурысты үтәү — был күрһәткесте 74 йәшкә еткереү өсөн байтаҡ эш башҡараһы бар.
Ренат Аҡсурин “юғары хәүеф төркөмө”нә ингән сирлеләрҙе дауалау алымдары тикшерелгән конференция хаҡында һөйләне. Билдәле кардиохирург әйтеүенсә, ул эшләгән үҙәк белгестәре Башҡортостандағы коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашырға әҙер.


Вернуться назад