Ҡалала йәшәһәм дә, ауылда тыуып үҫкәс, уның мөхите миңә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Шуға ла республика буйлап командировкаға сыҡҡанда йәш, булдыҡлы һәм тырыш ғаиләләр менән осрашырға, ауылдың көнкүреше менән танышырға тырышам. Бөгөн кеше иркен тормошта йәшәй. Һәр кемгә муллыҡта йәшәү өсөн мөмкинлектәр етерлек, теләк һәм тырышлыҡ ҡына булһын. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһеңме, иген үҫтерәһеңме – үҙең һайла.
Балтас районының Урта Йылға ауылында йәшәүсе Светлана менән Йәмил Исламовтар туғандарын ғына түгел, ауылдаштарын да ҡыуандырып матур донъя көтә, тормоштары ла ҡаланыҡынан һис ҡалышмай. Бынан биш йыл элек иркен, яҡты, бөтә уңайлыҡтары булған биш бүлмәле йорт һалып ингәндәр. Өлкән улдары Азат – Нефтекама нефть колледжы студенты. Ҡыҙҙары Алһыу Түбәнге Һикеяҙ мәктәбенең XI класында уҡый. Ә төпсөктәре Айнурға — дүрт йәш. Йәмилдең ҡәйнәһе Хәмдиә әбей ҙә уларҙа йәшәй, балаларҙы тәрбиәләргә ярҙамлаша. Ә балаларға өләсәләре һәр яҡлап өлгө.
– Яҙмышымды ауылһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Иптәш егеттәр ҡалаға киткәндә лә мин атай нигеҙен ҡалдырмаҫҡа ҡарар иттем, шөкөр, һис тә үкенмәйем, – ти ғаилә башлығы. – Мал-тыуарын да, ҡош-ҡортон да аҫрайбыҙ, баҡса тултырып йәшелсә, емешен үҫтерәбеҙ. Етеш йәшәү өсөн ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк.
Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләнең табыш килтерерлек тағы бер кәсебе бар. Исламовтар умартасылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Бөгөн уларҙың 180 күс бал ҡорто бар. "Ер эшен, ауылда йәшәүе, эшләүе еңел түгеллеген күптәр яҡшы аңлай. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү беҙҙең нәҫелдә элек-электән килә, олатайҙарым да ҡортсолоҡто үҙ иткән, – ти Йәмил Исламов. – Бала саҡтан атайыма ярҙамлашып үҫтем, шуға ла ҡорт тәрбиәләүҙең нескәлектәрен һәйбәт беләм.
Әйткәндәй, хужабикә Светлананың ата-әсәһе лә бал ҡорттары тота икән.
Исламовтар Урта Йылға ауылында ҡортсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән ғаиләләрҙән һанала. Улар дәдәнде лә үҙҙәре яһай. Артып ҡалғанын һатыуға ла сығаралар. Былтыр, мәҫәлән, 40-тан ашыу дәдән һатып, аҡса эшләгәндәр. Әле урамда ҡыш булһа ла, ауылдаштарынан ғына түгел, күрше ауыл халҡынан да заказдар етерлек. Йәмил был эште яңғыҙы ғына башҡармай, улы Азат ярҙамлаша. "Ул минең хәҙер уң ҡулым, яңғыҙы ла бал ҡорттарын ҡарай", – ти.
Уңған ғаилә йүкә, сәскә балын Өфө, район үҙәгендә ойошторолған йәрминкәләрҙә һатыуға сығара. Республика күләмендә үткәрелгән умартасылар конкурсында ла әүҙем ҡатнашалар. Хужалыҡты уңышлы алып барыу өсөн ғаилә "Беларусь" тракторы ла һатып алған.
Йәмил Исламов ауылда мәсет һалдырыуға тотонған, әле нигеҙе ҡоролған. Ауылдаштары ла уның был сауаплы эшенән бик ҡәнәғәт. Төҙөлөш эштәре көндәр йылытыу менән дәррәү башланасаҡ.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.