Гүзәллектә күреп бөйөклөк10.12.2014
Гүзәллектә күреп бөйөклөк Тәүге уҡытыусыһы Тәнзилә Ғайсина Гүзәлгә белем донъяһы ишектәрен генә асып ҡалмай, ҡыҙҙың йөрәгенә мәрхәмәтлек, изгелек орлоҡтары ла сәсә. Тап Тәнзилә апайының дәрестәре аша Гүзәл уҡытыу­сылыҡ эшенә ғашиҡ була. Ҡыҙҙың Жәлил Кейекбаев исемен­дәге башҡорт гимназияһын тамамлап, Башҡорт дәүләт универси­тетының Стәр­летамаҡ фи­лиа­лындағы педагогика һәм психология факультетына юл алыуы ла осраҡлы түгел.

– Бәләкәй сағымдан уҡытыусы булырға хыялландым. Ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, Тәнзилә Ғәли ҡыҙына оҡшарға тырышып, һабаҡ биргәнем бөгөнгөләй хәтеремдә. Һуңғы кластарҙа уҡытыусылыҡ эшенең баһаһын да, яуаплылығын да асыҡ төшөндөм, әммә былар күптәнге хыялымды тормошҡа ашырыуға ҡамасаулай алманы. Кескәйҙәр менән эш­ләүе, уларға дәрес аңлатыуы – үҙе бер бәхет. Киләсәктә мин дә башланғыс кластар уҡытыусыһы була­саҡмын, – ти Гүзәл Зөбәй­ҙуллина. Ә бө­гөнгә ул – тырыш, лекцияларҙы йотлоғоп тыңлаған, “дүртле” һәм “бишле”гә генә өл­гәш­кән, практик дәрестәрҙә әүҙем ҡат­нашҡан III курс студенты.
Буласаҡ уҡытыусыны остаздары ярата, хөрмәт итә, уның дәрес ҡалдырыуына ла күҙ йома. Был “үҙенсәлекле ҡылыҡ”ҡа иһә ҡасандыр һалынған “изгелек орлоғо” сә­бәпсе. Ҡыҫҡаһы, Гүзәл – ирекмән-студент, тәүге курстан уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған бала­ларға, инвалидтарға, ветеран­дарға ярҙам итеү эшен башҡара.
– Уҡытыусыларымдан уңдым: филиал ди­ректорының тәрбиә эше буйынса урын­баҫары Наталья Мысляева, факультет деканы Лилиә Абдуллина, уның урынбаҫары Клара Ғиззә­туллиналарға рәхмәтлемен, беҙ­ҙе, ирекмән­дәр­ҙе, аңлап торалар. Лекцияла булмаған ос­ра­ҡ­та, һуңынан ип­тәш­тәрҙән күсереп ала­быҙ, әммә практик дә­рестәрҙе, имти­хан­­дарҙы ҡалдырыуға юл ҡуй­майбыҙ. Коорди­наторы­быҙ Юлиә Сидорова ҡасан ҡайҙа барырға кәрәк­ле­ген алдан уҡ хә­бәр итә, – ти Гүзәл.
Мәрхәмәтлек эшен башлап ебә­реүе еңел­дән булмаған: тәүҙә­рәк инвалид бала­ларҙы йәлләп бө­тә алмаһа, то­ра-бара уларға кәрәк­ле ярҙам күрһәтеү маҡсатында, тойғо­ларҙы йүгәнләргә өйрәнгән. Бөгөн ирек­мәндәр төрлө акция­ларҙа ҡатнаша, һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙам итә, инвалид ба­ла­ларҙы ҡараша.
– Быйыл йәй Украинанан килгән ҡасаҡ­тарҙы оҙатып йөрөнөк, документтар йүнлә­гәндә аңлатыу эше алып барҙыҡ, – тип эшмәкәрлеге менән таныштыра Гүзәл. – Күптәр, бәлки, эшебеҙҙе аңламайҙыр ҙа. “Һиңә нимәгә кәрәк ул?” – тигән аптыраулы һорау биреүселәр ҙә юҡ түгел. Улар кемгәлер ихлас йөрәктән ярҙам итеүҙең күңелдә иң йылы хис-тойғо уятыуын белеп етмәйҙер, күрәһең. Барлыҡ нәмә аҡса бизмәненә һалып үлсәнгән заманда, үке­нескә ҡаршы, “изгелек” һәм “мәрхә­мәтлек” төшөнсәләре ҡыҫырыҡ­лана. Хәҙер­ге кеше энә осондай ғына ярҙам күрһәтә лә хаҡ һорай. Ғөмүмән, бөгөн күптәр үҙе өсөн генә йәшәй, был, бәлки, хәҙерге тормош талабылыр. Баяғы төшөнсәләр кешелек өсөн ят була бара, шуныһы үкенес.
Төп эше уҡыу булһа ла, Гүзәлдең бар булмышы изгелек, хәстәрлек шишмәһен терел­теүгә йүнәлтелгән. Күңел ағасының гүзәл емештәрен башҡалар ҙа күрмәй ҡалмаҫ.






Вернуться назад