Бөгөн – Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө09.12.2014
Ришүәтселекте ике йылда еңеп була, тиҙәр!
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, һуңғы биш йылда илдә коррупцияға бәйле енәйәт артҡан. Кремлдә был күренешкә ҡаршы көрәш буйынса махсус орган – Президент ҡарамағындағы совет та ойошторолдо. Әммә әлегә Рәсәйҙә был йүнәлештә саралар мәсьәләһе бик киҫкен тора. Мәҫәлән, яңыраҡ коммерцияға бәйле халыҡ-ара ойошмаларҙың береһе коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса рейтингты билдәләгән. Исемлектәге 174 ил араһында Рәсәй 136-сы баҫҡыста тора. Уны төҙөгәндә чиновниктарҙың ришүәт алыуы, ҡаҙна аҡсаһын тотоноу тәртибе, Хөкүмәттең коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлеге һәм башҡалар иҫәпкә алынған.

Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы баш­ланғысы менән тап бөгөн халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Мексиканың Мерида ҡалаһында 2003 йылда ҡабул ителгән конвенцияға ярашлы до­кументҡа ҡул ҡуйған дәүләттәрҙә бюджет аҡсаларын маҡсатһыҙ файҙаланыу, ришүәт алыу һәм башҡа коррупция осраҡтары енәйәт эше тип баһалана. Рәсәй конвенцияға тәү­геләрҙән булып ҡушыла. Илдә ришүәтселекте кисектереү йәһәтенән ҡануниәт камиллаштырыла, махсус ойошмалар булдырыла. Ришүәтселекте кисектереү юлдары хәҙер юғары уҡыу йорттарында ла өйрәнелә.
Белгестәр әйтеүенсә, коррупция иҡтисади үҫеште, ҡануниәтте ҡаҡшатыуға, йәмғиәттә власҡа ҡарата ышанысты кәметеүгә һәм енәйәтселек үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Был күренеште тулыһынса юҡ итеү еңелдән түгел, ти белгестәр. Уның өсөн Рәсәй халҡының менталитетын төптән үҙгәртеү, хоҡуҡи мәҙәниәт тәрбиәләү кәрәк, сөнки ришүәтте биреүселәр булмаһа, уны алыусылар ҙа ишәймәҫ ине.
Мәскәүҙә һуңғы йылда Рәсәйҙә коррупцияға бәйле хәлдең нисек үҙгәреүе тураһында доклад тәҡдим ителде. Ул «Таҙа ҡулдар» йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә килгән ялыуҙар нигеҙендә әҙерләнгән.
«Новые Известия» яҙыуынса, доклад авторҙары Рәсәй төбәктәренең коррупцияға бирелгәнлеге буйынса рейтинг төҙөгән. Дәүләттең баш ҡалаһы Мәскәү — алдынғы урында. Икенсе урын — Мәскәү өлкәһендә, Татарстан — өсөнсө урында. Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Мордва Республикаһы, Белгород, Новосибирск һәм Түбәнге Новгород өлкәләре менән бер рәттән, Башҡортостан да алдағы унау иҫәбендә.
Рәсәйҙең Кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе адвокаттар ассоциацияһы рәйесе Евгений Архипов әйтеүенсә, коррупция әйләнеше бөгөн эске тулайым продукттың 50 процентын тиерлек тәшкил итә.
Доклад авторҙары билдәләүенсә, коррупцияны дәүләт кимәлендә еңеү өсөн ике ысул бар. Беренсеһе – тоталитар диктатура урынлаштырыу. Икенсе ысул, асылда, берен­се­һенең ҡапма-ҡаршыһы – демократия. «Дәү­ләт-чиновниктар аппараты, махсус хеҙмәттәр халыҡ, киң мәғлүмәт саралары контролендә эшләһә, сәйәси конкуренция механизмы коррупция күренешен юҡҡа сығара, йәғни ришүәтселек иҡтисади, социаль ҡараштан да, сәйәси күҙлектән дә файҙаһыҙға әйләнә, — тип аңлата улар. – Коррупцияға ҡаршы уңышлы көрәштең сағыу миҫалын Норвегия, Германия, Италия, Испания, АҠШ күрһәтте».
Эксперттар шикләнмәй: коррупцияны ике йылда еңергә мөмкин, әммә сәйәси системаның халыҡ идараһына йүнәлтелгән булыуы шарт.
Коррупция системалы проблема булып тора, күрәһең. Яза биреү менән генә уны хәл итеп булмай. Былтыр үткәрелгән һорау алыу йомғаҡтары буйынса, республика граждан­дарының биштән бер өлөшө тиерлек айырыуса борсоған проблемалар араһында коррупцияны һәм ришүәтселекте атаған.






Вернуться назад