Комбат Рафиҡовтың “Алтын йондоҙ”о09.12.2014
Комбат Рафиҡовтың “Алтын йондоҙ”о Күгәрсен районы – һоҡланғыс шәхестәре менән дан ҡаҙанған төбәк. Был мәҡәләнең геройы ла Күгәрсен ауылында Маһинур Шәймәрҙән ҡыҙы менән Миңлебай Салауат улы Рафиҡовтарҙың ғаиләһендә тыуған. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар “Октябрь” совхозында эшләгән, тырыш хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнгән. Татыу ғаилә өс ул һәм өс ҡыҙға яҡшы тәрбиә биргән. Шулай ҙа улдары Мансур – “Алтын Йондоҙ” миҙалы кавалеры, Рәсәй Геройы – ата-әсәнең айырым ғорурлығы. Был юғары награданы уға дәүләт башлығы үҙе тапшырған.

Күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә Мансур дүртенсе бала булып донъяға килә. “Октябрь” совхозында идарасы вазифаһында эшләгән Миңлебай Салауат улы баҫыуға сыҡҡанда уны ла йыш ҡына үҙе менән алыр булған. Тап шул осорҙа уҡ кескәй малайҙа техникаға һөйөү уянғандыр, күрәһең. 1982 йылда урта мәктәпте тамамлап, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Мансур Ҡыҙыл байраҡлы Ҡазан юғары команда танк училищеһына уҡырға инә. Ул йылдарҙа Совет ғәскәрҙәре Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән була. Әммә был һуғыш Мансурҙы урап үтә.
1986 йылда училищены тамам­лағас, лейтенант Рафиҡов Германия­лағы Совет ғәскәрҙәре төркөмөнә юллана. Бында беҙҙең егеттәр НАТО блогы һалдаттары менән күҙгә-күҙ осраша. Йәш офицер яҡшы хәрби оҫталыҡ мәктәбен үтә. 1989 йылда Тыуған иленә ҡайтҡас, офицер-танкисҡа белемен һәм тәжрибәһен тәүге тапҡыр хәрби шарттарҙа һынап ҡарарға тура килә: беҙҙең армия Таулы Ҡарабахтағы милләт-ара ҡаршылыҡты яйға һалыуға йәлеп ителә.
1994 йылдың көҙөндә, гвардия майоры Мансур Рафиҡов Волгоградтағы 20-се гвардия мотоуҡсылар диви­зияһының айырым танк батальонына етәкселек иткән осорҙа, Чечен Республикаһынан хәүефле хәбәрҙәр килә башлай. Тиҙҙән уның батальоны 8-се гвардия корпусы составында конституция тәртибен тергеҙеү буйынса бурысты үтәү өсөн Чечняға юл тота. Йәш комбат үҙенең 30 йәшен тап ошонда билдәләй. Ошо уҡ йылдың декабрендә Петропавловский ҡасаба­һында хәл ҡырҡа ҡатмарлаша. Дудаев боевиктары Сунжа йылғаһы ярында оборона тота. Беҙҙең подразде­лениеларға уңышҡа өлгәшеү өсөн стратегик яҡтан мөһим объектты – күперҙе – ҡулға төшөрөү бурысы ҡуйыла. Майор Рафиҡов ҡораллы ярҙам булмай тороп разведка батальонының был бурысты үтәй алмаясағын яҡшы аңлай. Танкис­тарҙың, командирҙың тәүәккәллеге һәм ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә дудаевсылар ҡыйратыла. Гвардия майоры Рафиҡовтың танк подразделениеһы боевиктарҙың көслө уты аҫтында Петропавловскийға беренсе булып барып инә. Награда ҡағыҙында билдәләнгәнсә, майор Рафиҡов экипаж составында ике пулеметты һәм өс ПТУР расчетын юҡ иткән. Ошо алышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Мансур Рафиҡовҡа Батырлыҡ ордены тапшырыла.
Яңы 1995 йылды гвардия майоры Рафиҡов Грозныйҙың үҙәгендә ҡар­шылай. Уның подразделениеһы иң хәүефле йүнәлештәрҙәге бурыстарҙы үтәй. Экипаж ултырған танкты өс тапҡыр шартлатыуҙарына ҡарамаҫ­тан, Рафиҡов яугирҙәренең ғүмерен һаҡлап ҡала, хәрби йөкләмәне үтәүен дауам итә. “Грозныйҙың Беренсе май урамында боевиктар төркөмөнә ҡаршы алып барылған һуғышта майор Рафиҡов ҡыйыу эш итте, штурмға барыусыларға ҡораллы ярҙам күрһәтте. Урамда барған ҡаты алышта батальонға оҫта етәкселек итте, хәлдең үҙгәреүен алдан күҙалланы. Экипаж составында дошман танкын, ике пулемет расчетын һәм 15-ләп боевикты юҡ итте. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, танк экипажын эвакуацияланы” тип яҙылған уның награда ҡағыҙында.
Ҡаты һуғыштарҙа комбат “утлы карусель” алымын ҡуллана. Уның үҙенсәлеге – дошманға баш күтәрергә мөмкинлек бирмәү, өҙлөкһөҙ утҡа тотоу. Был күпте күргән боевиктарҙы ла хәүефкә һала. Улар Мансурға “Шайтан” ҡушаматын таға.
Һуғыш барған ерҙән алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1995 йылдың ғинуарында майор Рафиҡов Грозныйҙан дүртенсе танкында сыға, әммә үҙе бер тапҡыр ҙа яраланмай. Бындай кешеләр хаҡында “Утта янмай, һыуҙа батмай” тиҙәр халыҡта.
8-се гвардия корпусы командиры генерал Рохлин ҡыйыу комбатты Рәсәй Геройы исеменә тәҡдим итә. Ил Президентының 1996 йылдың 20 ғинуарындағы Указы менән Чечен Республикаһында конституция тәрти­бен тергеҙеү буйынса махсус бурысты үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия майоры Рафиҡов Мансур Миңлебай улына Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә.
Ошо уҡ йылда ул Хәрби бронетанк ғәскәрҙәре академияһына юллана. Уҡыу йортон 1999 йылда тамамлап, гвардия подполковнигы Рафиҡов Волгоградҡа, үҙенең дивизияһына мотоуҡсылар полкы командиры урынбаҫары булып ҡайта. Тиҙҙән ул контртеррористик операцияла ҡатнашыу өсөн тағы Төньяҡ Кавказ төбәгенә ебәрелә. Әүәлге хәрби наградаларға яңыһы – “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” ордены – өҫтәлә.
2013 йылда Калуга өлкәһенең хәрби комиссары урынбаҫары вази­фаһында запасҡа сыҡҡас, полковник Рафиҡов Обнинск ҡалаһында төпләнде. Әле ул йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән ҙур эш алып бара.





Вернуться назад