Сәхнәлә — ҡыҙҙар моңо09.12.2014
10 декабрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «…Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың» тигән ҙур әҙәби-музыкаль тамаша була. Театр һөйөүселәрҙең хәтерендәлер, моғайын: йәмле яҙ көндәренең береһендә булғайны был ижади проекттың премьераһы.
Сарала билдәле шағирәләр, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәре һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырап, әҙибәләр үҙҙәре лә ошо тамашала ҡатнашты. Шиғыр һәм йырҙарҙы театрҙың төрлө быуын артистары башҡарҙы. Был үҙенсәлекле поэтик спектакль ҡуйылышы менән тамашасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм, ниһайәт, декабрь башында «…Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың» – йәнә сәхнәлә!
Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ шиғриәте һөйөү, мөхәббәт, тәбиғәт, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында, тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ, әммә гүзәл заттар ижадын яҡындан байҡағанда уҡыусы уларҙа тормоштоң иң етди проблемаларын, йәмғиәттең иң сетерекле мәсьәләләрен күрә, халыҡ, милләт, киләсәк, ғаләм төшөнсәләре тирәләй тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Поэтик-музыкаль кисәнең төп маҡсаты ла – шағирәләребеҙҙең ижадын халыҡҡа асығыраҡ ишеттереү, төрлө яҡлап танытыу, тамашасыға шиғыр байрамы бүләк итеү.
Проект авторы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.