Рәссам рәхмәтле09.12.2014
Яңы асылған “Башҡортостан” дәүләт концерт залын ҡарағанда Рөстәм Хәмитов рәссам Ян Крыжевский менән аралашты. Хәбәр итеүебеҙсә, яҡташыбыҙ 1991 йылдан алып АҠШ-та йәшәгән һәм күптән түгел генә Өфөгә ҡайтҡайны.
Һуңғы йылдарҙа Ян Крыжевский ауыр хәлдә йәшәгән. Ҡыҙы Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт иткәндән һуң рәссамды тыуған яғына ҡайтарыу буйынса эш ойошторолдо. Төбәк башлығы Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавровтан ошо мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеүҙе һораны.
Рәссам үҙенең яҙмышына битараф ҡалмаған һәм ижадына иғтибар иткән өсөн Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт әйтте. Улар Ян Крыжевскийҙың киләсәккә пландарын, уның шәхси күргәҙмәһен ойоштороу, шулай уҡ М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.