Башҡорт эстрадаһының тәүге ҡарлуғасы Мәғфирә Ғәлиева халҡыбыҙ араһында тиҙ арала киң танылыу яулаған. 70-кә яҡын халыҡ телендә йырлаған тағы берәй сәхнә оҫтаһын беләһегеҙме? Юҡтыр. Ә бына Мәғфирә Ильяс ҡыҙы ниндәй телдә йыр башҡарһа, шул халыҡтың милли кейемендә сәхнәгә сығып баҫа, образға тиҙ инеү оҫталығы менән тамашасының күңелен арбай. Йырсы 40 йылдан ашыу ғүмерен кешеләргә йыр-моң өләшеүгә бағышланы. Башҡорт моңон бар илаһилығы, мең төрлө сағыу биҙәктәре менән олоһона ла, кесеһенә лә еткерә ул.
13 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ейәнсураларҙың йыйыны үтә, унда яҡташтары юбилейы уңайынан төп иғтибарҙы нәҡ Мәғфирә Ғәлиеваға бүлмәксе. Киске сәғәт 6-ла башланасаҡ кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар! Инеү бушлай. Әйткәндәй, сарала “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторола.