Ике яҡ өсөн дә отошло09.12.2014
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Евгений Каблов республика Хөкүмәте менән институт араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документ химия һәм металлургия сәнәғәтендә, авиация двигателдәре, транспорт саралары һәм электрон ҡорамалдар етештереүҙә ҡулланылған яңы быуын материалдары һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар өлкәһендә төбәк предприятиелары менән үҙ-ара фәнни-техник бәйләнештәрҙе күҙ уңында тота.
Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты менән Өфө дәүләт нефть техник университеты араһындағы килешеү һөнәри белем биреүҙе уҡытыу-методика, ғилми, кадрҙар һәм мәғлүмәттәр йәһәтенән тәьмин итеүгә, шулай уҡ металлургия, композициялы һәм полимер материалдар өлкәһендә ғилми-тикшеренеү һәм инновация эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.