Изге маҡсаттар, аныҡ талаптар09.12.2014
Башҡортостан Президентының төньяҡ-көнбайыш төбәккә эш сәфәре бай йөкмәткеле һәм төрлө яҡлы булды. Рөстәм Хәмитов Яңауыл һәм Краснокама райондары аша 29 августа үткән дауылдың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса башҡарылған эш һөҙөмтәләрен тикшерҙе, бер нисә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеһының эшмәкәрлеген өйрәнде, социаль объекттарҙы ҡараны, урындағы халыҡ һәм етәкселәр менән осрашты.

Республика етәксеһе үҙенең төп иғтибарын ғәрәсәт арҡаһында ҡазаға тарыған торлаҡты тергеҙеү йомғаҡтарына йүнәлтте. Билдәле булыуынса, Яңауыл ҡалаһының Көнсығыш биҫтәһендә, райондың Истәк, Иҫке Көйөк, Ураҡай һәм Кониг ауылдарында йәмғеһе 438 шәхси хужалыҡ төрлө дәрәжәлә зыян күргәйне. Уларҙағы 307 йорт йәшәүгә яраҡһыҙға әйләнде: 12-һе тотошлай емерелһә, 46-һы — тулыһынса, ҡалғандары өлөшләтә төҙөкләндереүгә мохтаж ине. Краснокама районының Ҡарый һәм Янаҡтай ауылдарында бөтәһе 170 йорт ҡазаға тарып, шуларҙың 34-е бөтөнләй сафтан сыҡты, 50-һе — тулыһынса, ҡалған 86-һы өлөшләтә төҙөкләндереүҙе талап итте. Фажиғәнең икенсе көнөндә үк ваҡиға урынында булып, Рөстәм Хәмитов район хакимиәттәре һәм республиканың төҙөлөш комплексы етәкселәре алдына халыҡтың торлағын ипкә килтереүҙе һыуыҡтар төшкәнсе тамамлау бурысын ҡуйғайны, артабан эш барышын даими контролдә тотто.
Яңауылдың Көнсығыш биҫтәһендә һәм райондың Кониг ауылында, Краснокамалағы Ҡарый ауылында республика Президенты яңы һалынған, шулай уҡ тулыһынса һәм өлөшләтә төҙөкләндерелгән йорттарҙы ҡараны, уларҙың хужалары менән аралашты, ҡайһы бер өйҙәргә инеп сыҡты. Хәл ителмәгән мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынғас, йыл аҙағына тиклем булған һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә, табылған кәмселектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.
— Халыҡ ҡыш башланғанда урамда ҡал­маһын өсөн тиҙ арала яңы йорттар һалырға һәм күптәрен төҙөкләндерергә кәрәк ине, беҙ ошо бурысты үтәнек, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был бик яҡшы һөҙөмтә. Кешеләр ҡулай шарттары булған йылы торлаҡ менән тәьмин ителгән.
Ҡазаға тарығандар үҙ сиратында төҙөү-төҙөкләндереү эштәренең сифатлы һәм тиҙ башҡарылыуы, ҡасаба һәм ауылдарҙың ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарылыуы, күрһәтелгән матди һәм күп яҡлы башҡа ярҙам өсөн республика Президентына оло рәхмәтен белдерҙе.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Яңауыл ҡалаһындағы “Чебурашка” исемле балалар баҡсаһында ла булды. 1970 йылда уҡ бәләкәстәрҙе ҡабул итә башлаған 140 урынлы учреждение эргәһендә быйыл тағы ла 160 сабыйға иҫәпләнгән заманса корпус сафҡа индерелгән. 107,6 миллион һумлыҡ был объектта төҙөлөш һәм биҙәү эштәрен юғары сифат менән “Интеграл” фирмаһы башҡарып сыҡҡан. Баҡса 1 сентябрҙә файҙаланыуға тапшырылған, әле унда һигеҙ төркөм тәрбиәләнә. 74 хеҙмәткәрҙең 33-ө — педагог-тәрбиәсе, улар ҡарамағында – 344 сабый. Учреждение етәксеһе һөйләүенсә, яңы корпус ниндәйҙер дәрәжәлә сиратты кәметһә лә, төркөмдәрҙә балалар һаны әлегә күп, корпус­тар буйынса ла сабыйҙар иҫәбе тейешленән 20-шәргә артығыраҡ.
Был йәһәттән Рөстәм Зәки улы республикала балалар баҡсаларын сафҡа индереү буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә туҡталды һәм, әлегә күп нәмәнең үтәлмәүен айырым билдәләп, киләсәктә бар ерҙә лә бындай учреждениеларҙы арттырыу буйынса эш дауам итәсәген белдерҙе.
Яңауыл ҡалаһы өсөн һәр сәнәғәт пред­приятиеһы оло әһәмиәткә эйә. Яңы эш башлағандар иһә — район һәм ҡала ха­кимиәттәренең иғтибар үҙәгендә. Бөлгөнлөккә төшкән элекке “Сельхозтехника” ойошма­һының бер бинаһында эшмәкәрлеген йәйелдергән “Нефтемаш-Өфө” йәмғиәте – нәҡ шундайҙарҙан. Шуға ла республика етәксеһе яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн модулле ҡорамалдар етештереүсе был предприятие менән яҡындан танышты. Өс тиҫтәгә яҡын эшсеһе булған йәмғиәт газ скважиналары өсөн арматура блоктары, нефть, газ һәм һыу ҡыуғыс станциялар етештереүҙе быйыл ғына башлаған. 11 айҙа киң билдәле “Роснефть”, “Новатэк”, “Транснефть” һәм “Лукойл”, шулай уҡ Ҡаҙағстан предприятиелары заказы буйынса 85 миллион һумлыҡ продукция оҙатҡан. Һәр ҡорамалды проектлауҙан башлап заказсыға алып барып ҡуйыуға һәм хеҙмәтләндереүгә тиклемге эштәрҙең тулы циклын “Нефтемаш-Өфө” үҙе башҡара. Башлыса нефтселәр ихтыяжын иҫәпкә алып тормошҡа ашырылған 50 миллион һумлыҡ был проект менән генә сикләнергә иҫәбе юҡ йәмғиәт етәкселегенең.
Рөстәм Хәмитов эшмәкәрлеген уңышлы башлаусы был предприятие тәжрибәһен бөтөн Башҡортостанға таратыу кәрәклеген һәм “Нефтемаш-Өфө” сығарған ҡорамалдарҙы киләсәктә республика сәнәғәтенең төрлө тармаҡтарында ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнеү зарурлығын билдәләне.
— Һеҙҙең продукцияны беҙ тағы ҡайҙа файҙалана алабыҙ – быны уйларға кәрәк, — тине ул предприятие етәкселәренә. – Сөнки етештереү күләмегеҙ ҙур түгел, а һеҙгә артабан үҫеш кәрәк.
Президент шулай уҡ 2006 йылда ойош­торолған “Йәйғор” ғилми-етештереү фирма­һының эше менән танышты. Нефть ком­па­ниялары заказы буйынса быраулау, нефть һәм газ сығарыу өсөн етештерелгән технологик ҡорамалдарға ихтыяж ҙур, уларҙың эшенә дәғүә белдереүселәр юҡ. 2014 йылда 62 комплект ҡорамал сығарылған. Фирманың төп заказсылары иҫәбендә “ЛУКОЙЛ-Көн­байыш Себер”, “Татнефть”, “Роснефть-Юганскнефтегаз”, “Башнефть” йәмғиәттәре бар.
Эш сәфәрҙәре барышында Башҡортостан етәксеһе ауыл хужалығы объекттарын урап үтмәй. Был юлы Рөстәм Зәки улы Яңауыл районындағы “Победа” ху­жалығының “500 ферма” республика програм­маһы буйынса сафҡа индерелгән комплексын ҡараны. Бында сит илдә етештерелгән һөт һауыу ҡорамалдары ҡуйылған, мал аҙығы етештереү цехы заманса шарттарҙа эшләй. “Победа” Яңауылдағы һөт заводы, Борай, Ҡалтасы һәм Яңауыл районындағы хужа­лыҡтар менән бер агрохолдингты хасил итә. Әйтергә кәрәк, уның продукцияһын халыҡ бик теләп ала.
Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙе көйләгән республика программаһына ярашлы төҙөлгән күп фатирлы йорттар менән танышыу Башҡортостан Президенты сәфәренең айырым өлөшөн тәшкил итте. Әйтелгән программаға ярашлы, ауылдың төрлө урамдарындағы иҫке 12 йортта йәшәгән 73 ғаиләнән 206 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тейеш. Хаҡы 95 миллион һумдан артығыраҡ булған муниципаль контракт нигеҙендә улар өсөн дөйөм майҙаны 3172 квадрат метр тәшкил иткән күп фатирлы һигеҙ йорт төҙөлгән. Әммә төҙөлөш фирмаһы тарафынан ебәрелгән күп төрлө етешһеҙлектәр арҡаһында торлаҡ әле һаман сафҡа индерелмәгән. Хәҙерге ваҡытта был мәсьәлә республиканың Арбитраж судында ҡарала.
Республика етәксеһе халыҡтың ризаһыҙ­лығын тыуҙырған ошо хәлде иғтибарға алып, бар етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү сараһын күрергә ҡушты. Президент шулай уҡ әлеге мәсьәләне тикшереү буйынса Хөкүмәт кәңәшмәһе әҙер­ләргә күрһәтмә бирҙе.
Сәфәр барышында Башҡортостан етәксеһе Әмзә урман комбинаты эшселәре менән дә осрашты. Улар хеҙмәт хаҡының ваҡытында бирелмәүенә һәм эш шарттарының насар булыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Рөстәм Хәмитов предприятие етәкселегенә хеҙмәткә түләү буйынса бурыстарҙы ике аҙна эсендә ҡаплау талабын ҡуйҙы.
Республика Президенты шулай уҡ Яңауыл һәм Краснокама райондары, Нефтекама ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтары менән башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты.




Вернуться назад