Ҡануниәт үҙаллылыҡҡа өйрәтә09.12.2014
Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, күп фатирлы йорт хужалары бынан ары торлағына ремонтты үҙ иҫәбенә эшләргә мәжбүр буласаҡ. Сығымдарҙы туплауҙы, маҡсатлы тотоноуҙы тәьмин итеү өсөн бөтә төбәктәрҙә лә төбәк операторҙары ойошторолған.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында ошо мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.
— Ҡануниәт халыҡты үҙаллылыҡҡа өйрәтә. Фатирҙар башлыса хосусилаштырылған, йорттар коллектив үҙмилек иҫәбендә, тимәк, ремонт мәсьәләһен дә һәр кем үҙе хәстәрләргә бурыслы. Ғөмүмән, дәүләттең йорттарҙы ремонтлауға аҡсаһы юҡ. Бынан баш тартмайбыҙ икән, мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа социаль объекттар төҙөй алмаясаҡбыҙ, — тине республика башлығы.
(Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәне Президент Хакимиәтенең сайтынан уҡый алаһығыҙ).