Ҡайһылай шәп булды!09.12.2014
Ауылды мәңге күрмәһәм дә бәхил тип, өйҙәге бер ҡаҙҙы сәлдереп, күршегә осорҙом да ҡалаға сығып тайҙым. Ике сәғәттән Өфөлә инем. Килеп етеүем булды, туҡталыштағы ат башындай “Баба Оля — һеҙҙең өсөн фәрештә” тигән яҙыу күҙгә салынмаһынмы! Туҡта, туҡта, ниндәй изге әҙәм икән? “Тормошта бөтә насар нәмә күҙ тейеүҙән килә. Мин һеҙҙе күрмәйенсә лә дауалай алам, барлыҡ бәләнән ҡотҡарам. Ирегеҙ ташлап китһә, яттарға эйәләшһә, кире ҡайтарам. Бай кейәү табырға ярҙамлашам. Миңә хатта президенттар мөрәжәғәт итә” тигән юлдарҙы уҡыным да шаҡ ҡаттым. Ҡайһылай шәп булды әле!
Беҙгә лә алама күҙ тейгән. Әтеү әллә нисә бисәм ҡыуып сығармаҫ ине, ошо йәшемә етеп, үҙемдең өйөм дә юҡ. Тимәк, бер ғәләмәте бар бының, тиккә түгел. Хатта бит ҡалаға кейеп китергә туфлийым да юҡ ине. Әлеге лә баяғы күршеләрҙекен шым ғына алып тайҙым. Хәҙер үк дауаланыр инем дә, тик бына аҙағына ”500 һум аҡсаны ошо адрес буйынса күсерегеҙ” тип яҙылған шул. Ул тиклемде ҡайҙан алайым? Әле бына эстә ас бүреләр олой башланы.
Шулай тип аптырап торғанда йәнә бер ҡағыҙ киҫәге күҙгә салынды. Әһә, “Работа” тип яҙғандар. Айына 50 — 80 мең һум, тиелгән. Эштән ҡурҡҡан юҡ та ул. Бер тотонһам, ҡыйратып эшләйем. Ҡара әле, бигерәк шәп тә! Бер айҙан ауылға яҡшы итеп кейенеп, “ҡып” иттереп ҡунаҡҡа ла ҡайтырмын. Танымай ҙа торорҙар әле. Ул ваҡытта ҡатыным үҙе, ҡайт инде, тип инәлеп килеп аласаҡ. Аҙаҡ бер яртыһын да сығарасаҡ.
Унан тағы бер иғланды күреп ҡалдым. Үҙем “Кредит кәрәкме? 15 миллион һумға ҡәҙәр бирәбеҙ. Бары паспорт ҡына кәрәк. Хәҙер үк, һуңлама!” тигән һүҙҙәрҙе уҡыйым, үҙем өнөммө был, төшөммө икән, тип уйлайым. 15 миллион һум! Хәтәр күп тә ул. Ауылда әсәйемдән эт ишетмәгәнде ишетеп, тәмәкелек тә аҡса ала алмаһам, бында ете-ят кешеләр үҙҙәре, мә, килеп ал, тип өҙөлөп кенә тора.
Был аҡсаға хәҙер үк фатир һатып аласаҡмын. Бәй, тағы бер яҙыу эленгән түгелме? Шулай шул. Сыр яланғас ҡыҙҙар төшөрөлгән. ”Төнгөлөккә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Бер төн — бер мең...” Эсемә йылы йүгерҙе.
Бына шулай, дуҫтар! Бында ҡайһылай шәп тәһә. Тиккә генә һәр тәпәй баҫҡаны ҡала тип сапмаған икән. Тота килеп кемдер ҡаланы яманлаған була, имеш, кешеләре асфальт кеүек ҡаты бәғерле, фәлән дә төгән. Һис тә дөрөҫ түгел. Бар ауылда шундай яҙыу эҙләп ҡара, шиш табырһың! Дуҫтар, һеҙ ҙә хәҙер үк ҡалаға һыпыртығыҙ. Ауылда кәм-хур булып йөрөмәгеҙ. Тура туҡталышҡа килегеҙ, йәме!