Дини белемгә ихтыяж ҙур09.12.2014
Дини белемгә ихтыяж ҙур – Мосолмандар күмәге бер бөтөн кәүҙә кеүек, уның бер ағзаһы ғына ауырып киткән осраҡта ла, барлыҡ организмға ҙур һынау, ауырлыҡ тыуа. Ошонан сығып, дини ҡәрҙәштәр үҙ-ара татыу, бар яҡлап та күркәм булырға тейеш, – тип дауам итте һүҙен Мысырҙан килгән, беҙ тап иткәндә республика имамдарына дәрес үткәргән Мөхәммәт Хатип Мөхәммәт.

Өфө ҡалаһының Мәрйәм Солтанова исемен­дәге мәҙрәсәһендә Башҡортостандың төрлө ра­йон-ҡалаларынан саҡырылған имамдар ситтән тороп уҡыу бүлегенең беренсе, таныштырыу сес­сияһын уңышлы япты. Улар хәҙис, сүрәләр, тәфсир өйрәнеү, Ҡөрьән уҡыу менән бергә үҙҙәрен ҡыҙыҡ­һындырған, ауыл ерендәге мәсеттәрҙе борсоған һорауҙарын да бирҙе. Йәш айырмаһы һиҙелерлек булғанға күрә, кемдер яңы белем алды, бәғзеләр белгәнен ҡабатланы.
Төркөмдә 20-нән ашыу шәкерт, шулар араһынан Әнүәр Мостафиндың Нуриман районында имам булып эшләүенә алты йыл булһа, Архангел районынан Камил Фазылов был “вазифа”ла – ике ай. Дәрестәр башҡорт, татар, урыҫ һәм ғәрәп телдә­рендә алып барыла, һуңғыһында тәржемәсе ярҙа­мына мөрәжәғәт итәләр. Ғөмүмән, “Ғәлиә” мәҙ­рә­сә­һенә Ислам дине буйынса белем биреү өсөн Мы­сырҙағы киң билдәле Әл-Әзһәр университетынан даими, йәғни өс йыл һайын биш белгес килеп тора. Мөхәммәт Хатип Мөхәммәт ошо уҡ уҡыу йортоноң ғәрәп теле факультетын тамамлағас, Башҡортостанға ебәрелгән.
Дини белемгә ихтыяж ҙур– Өс йыл дауамында студенттарға дин тәғли­мәтен өйрәтәм. Йәйгеһен ике айға ғына тыуған яғыма, ғаиләмә ҡайтып киләм. Башҡортостан ың­ғай тәьҫорат ҡалдырҙы, әммә халыҡтың, шәкерт­тәрҙең биргән һорауҙарына ҡарап, уларҙың байтаҡ белемгә, аң-ғилемгә мохтажлығын төҫмөрләйем, – ти шәйех Мөхәммәт.
I курста уҡыған имамдар менән әңгәмәләшкән ваҡытта алда торған изге бурысты атҡарып сығыр өсөн күп эшләйһе, өҫтәмә сығымдар, кадрҙар, шарт­тар кәрәклеге асыҡланды. “Бөгөн элеккегә ҡарағанда күпкә еңелерәк, сөнки яйлап ҡына булһа ла йәштәр дингә килә, мөғәллимәләр ҙә ярҙам итә. Мәсеттәр бар, әммә унда эшләрҙәй йәш имамдар булмауы ғына күңелде ҡыра”, – тип фекер уртаҡ­лашты мосолман ир-азаматтар. Әбйәлил райо­нын­дағы бер ауылдың имамы: “Мәсет төҙөү өсөн ба­ғыу­сыларҙы ҡайҙан табырға була? Мөрәжәғәт итерҙәй ойошма булмаҫмы икән?” – тип борсолдо. Хәйер, был мәсьәлә бер ауылдың ғына хал­ҡын борсомайҙыр, сөнки дини йортһоҙ, имамһыҙ көн иткән төбәктәр ҙә юҡ түгел.


Вернуться назад