“Ҡойроҡ” арҡаһында “стипешка”һыҙ ҡалмағыҙ!06.12.2014
Студенттар – үҙҙәре сығарған ҡағиҙәгә ярашлы, дөйөм ятаҡ, сессия хәҡиҡәтенә буйһоноп, аптырамай йәшәгән халыҡ. Уларҙың бер-береһе менән аралашҡан ваҡытта ҡулланған һүҙҙәрен ябай кешегә аңлауы мөмкин дә түгел. Шуларҙың бер нисәүһенә генә күҙ һалайыҡ әле.
“Автомат” – ниндәйҙер предмет буйынса имтихан тапшырмайынса яҡшы билдә алыу.
“Анатомка” – анатомия кафедраһы корпусы.
“Бегунок” – имтиханды икенсе тапҡыр тапшырыу тураһында “таныҡлыҡ”.
“Ботан” – үтә тырыш, күп уҡыған, һәр саҡ әҙер студент.
“Ботанический сад” – студенттарҙың дәрес әҙерләү бүлмәһе.
“Боевое крещение” – I курстағы тәүге ҡышҡы сессия.
“БП” – тиҙ бешерелә торған һалма.
“Вышка” – юғары математика фәне.
“Гиста” – гистология фәне.
“Копейка” – Башҡорт дәүләт университетының 1-се дөйөм ятағы.
“Коменда” – ятаҡ коменданты.
“Ҡойроҡ” – ваҡытында тапшырылмаған имтихан, зачет.
“Орда” – ординатура.
“Патан” – патологик анатомия фәне.
“Перваш” – I курс студенты.
“Стипешка” – стипендия.
“Универ” – университет.
“Фәндәр академияһы” – сессияға барлыҡ бүлмә менән етди әҙерләнеү.
“Экватор” – уҡыуҙың ҡап уртаһы, йәғни III курстың ҡышҡы сессияһы.