Эшселәр – иректә02.02.2012
Ошо көндәрҙә Мысырҙа баш күтәреүселәрҙең бер төркөмө, төрмәләге туғандарын сығарыуҙы талап итеп, 25 Ҡытай гражданын тотҡонлоҡҡа алғайны.
Улар Синай ярымутрауындағы цемент заводына эксперт булараҡ килгән булған. Бер тәүлектән ашыу алып барған һөйләшеүҙәрҙән һуң тотҡондар сығарылған, уларҙың хәле тотороҡло, тип белдерә мәғлүмәт агентлыҡтары. Мысырҙа баш күтәреүселәрҙең сығыштары кәмеһә лә, илдәге хәл һаман да көсөргәнешле ҡала.


Вернуться назад