Башҡортостанда тыуған сәхнә оҫталары әленән-әле донъя кимәлендә билдәлелек яулап тора. Беҙҙең яҡташыбыҙ, йәш кларнетист Артур Нәзиуллин – шундайҙарҙың береһе. Уның концерттары бер йыл алдан планлаштырылған. Мәҫәлән, Мәскәү филармонияһында яңы миҙгелдә уның 80 сығышы көтөлә. Әйткәндәй, музыкант баш ҡаланың төп йыр-моң мәҙәни усағының эксклюзив солисы һанала. Шулай уҡ донъялағы яңы быуындың ун иң яҡшы кларнетистары иҫәбенә инә. – Һайлаған юлыңа хыянат итмәй, фанатиктарса бирелеп эшләмәйенсә, лайыҡлы һөҙөмтәгә ирешеп булмайҙыр, тип уйлайым, — ти Артур. — Бала саҡта мин кларнетта ун сәғәт шөғөлләнә торғайным. Хәҙер ваҡыт яғы наҡыҫыраҡ булғас, һирәгерәк.
Сәнғәтте үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың данын арттырыуға күп көс һалған егеттең хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһалана. Бөгөн музыкант — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәй Президенты грантына эйә, И. Дунаевский исемендәге мәҙәни программалар фондының арт-директоры.
Артурҙың музыкант булыуына кем тәьҫир итә? Әлбиттә, ғаиләһе. Бала саҡтан ижади мөхиттә үҫкән егет үҙен башҡа һөнәр вәкиле тип күҙ алдына ла килтерә алмай. Атаһы Искәндәр Әзғәр улы — Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә кларнетист, әсәһе республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Гөлнара Ғәбделхәй ҡыҙы — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, альтист, Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрында сығыш яһай.
Музыка менән Артур биш йәштән шөғөлләнә башлай. Уның беренсе ҡулына алған ҡоралы – виолончель. Тәүге махсус белемде Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбендә ала, артабан йыр-моң серҙәрен урта махсус музыка мәктәбендә аса. Тап ошо белем усағында уның алдына артабан сығыш яһау өсөн музыка ҡоралын һайлау ихтыяжы баҫа. Һәм Артур кларнетты һайлай. “Был һоҡланғыс музыка ҡоралы менән яҙмышымды бәйләүемә сикһеҙ бәхетлемен”, — ти ул.
Артур, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, донъя сәхнәләрендә сығыш яһап өлгөргән. Европа, Азия тамашасыһын кларнет моңона күмә ул. “Ҡайһы илдә ниндәй гастролдәр хәтерегеҙҙә уйылып ҡалды?” тигән һорауға ул, һис шикһеҙ, Рәсәй тамашасыһы, тип яуап бирҙе. “Туған халҡыбыҙ музыканы йөрәге аша үткәрә белә, башҡарыусының моң аша нимә әйтергә теләгәнен аңлау һәләтенә эйә”, – ти ул.
Тап ошо талантлы яҡташыбыҙҙың концерты менән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залындағы быйылғы яңы ижад миҙгеле асылды. Концерт Артур Нәзиуллин исемендәге премияға лайыҡ булған дүрт йәш музыканттың сығышы менән башланды. Ғөмүмән, был проект йәш таланттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгәйне. Башҡортостанда һәләтле музыканттарҙы үҫтереү, уларҙы донъя кимәленә сығарыу теләге менән янып йәшәй Артур. Музыкант үҙе лә “Яңы исемдәр” фонды аша ҙур сәхнәгә юл һалған.
Артур Нәзиуллин хәйриә эше менән дә әүҙем шөғөлләнә. Республика ҡалалары буйлап шәфҡәтлелек концерттары ойоштороп, ватандаштарыбыҙҙы ҡыуандырыуҙы дауам итә.