Телдең бөйөклөгөн әләм итеп күтәрҙе06.12.2014
­“Башҡорт теле — минең ғорурлығым, алмаштырғыһыҙ рухи байлығым”, — тип ҡабатлар ине һәр дәресендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөләйха Ғүмәрова. Ошо изге төшөнсәнең тәрән мәғәнәһен һәр уҡыусының күңеленә һеңдерергә, йөрәк түренә урынлаштырырға тырышып, туған теленең бөйөклөгөн әләм итеп күтәреү хәстәрлеген күрҙе.

Башҡорт теленә һөйөү, халҡыбыҙҙың матур йолаларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү Зөләйха апайыма ғаилә тәрбиәһе аша бирелгәндер, тип уйлайым. Атайым менән әсәйем башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ булды, ошо изге сифаттарын беҙгә бүләк итеү хәстәрлеген күрҙе. Кис үҙҙәренең эргәләренә ултыртып ҡуйып, оҙон йырҙарҙы башҡарырға тотоналар. Шул уҡ ваҡытта беҙгә уларҙы отоп алырға кәрәклеген киҫәтерҙәр ине. Һуңынан имтихан рәүешендә йырлатып ҡарата то­рғай­нылар. Әле уйлайым да һоҡланып бөтә алмайым: ниндәй көслө һәм тәьҫирле булған халыҡ педагогикаһы! Беҙ ошондай кистәрҙе ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек. Әсәйем был донъяны йәшләй генә ҡалдырып китте. Хатта үлем өҫтөндә ятҡанда ла халыҡ йырҙарын йырлап алыр ине, күрәһең, улар ниндәйҙер еңеллек килтергәндер, аҙға ғына булһа ла ҡаты ауырыуҙы онотоп торорға ярҙам иткәндер. Йәл, 1945 йылда әсәйем үлгәндә мине, 12 йәшлек үҫмерҙе, бригадир һабан һөрөүҙән ҡайтарманы. Бөгөн дә әсәйемдең ҡәберен белмәйем, һәйкәл ҡуя алмайым. Зыяратҡа барһам, илап ҡайтам. Атайымдың ҡәберен йыйнаҡ, таҙа тоторға тырышам.
Атайым бер ҡайҙа ла бе­лем алмаһа ла, Ҡөрьәнде ят­тан һөйләй ине, ғәрәпсә яҙыл­ған китаптарҙы иркен уҡыны, 80-90 йәшендә лә ҡул таяғына хәҙерге хәрефтәр ме­нән “Гумеров” тип яҙа тор­ғайны. Уның үҙ ҡануны булды: балаларын уҡытырға, “мөғәл­лим” итергә тырышты. Үлеп кит­кәнсе уҡытыусы һөнәренең изге һәм яуаплы булыуын аң­латты. Беҙ атай теләген үтәргә тырыштыҡ. Ауыл хал­ҡының “Ғүмәров Ялал олатай­ҙың балалары уҡырға тырышып то­ра” тигән ышанысын яҡлау хәстәрлеген күрҙек.
Зөләйха апай ошо матур, йыр-моңға ғашиҡ мөхиттә тәрбиәләнде. Ғөмүмән, беҙҙең ғаиләлә башҡорт халыҡ йырҙарын йырламаған бер кем дә булмағандыр. Атай-әсәйҙең изге ҡомартҡыһы һәр беребеҙҙең йөрәгендә урын алды. Зәбирйән ағай оҫта ҡурайсы булды. Ете йыллыҡ мәктәптә уҡығанда, ололарҙың ҡурай бәйгеһендә ҡатнашып, гел генә призлы урындар яуланы, бүләктәр алып ҡайтты.
Шуныһы үкенесле: ағай 19 йәше лә тулмайынса Бөйөк Ватан һуғышында бер ҡулын юғалтып ҡайтты һәм ҡурайҙа уйнауҙан туҡтаны. Әммә “Урал”, “Ҡаҫмарт буйы”, “Хисам”, “Тәфтиләү”, “Һары ла сәс” һәм башҡа йырҙарҙы ауылда уға еткереп йырлаусы булманы. Бөйөк композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев Ейәнсура районына килһә: “Зәбирҙең йырын тыңламай ҡайтмайым”, – ти торғайны.
Зөләйха апайҙың тормошо еңелдән булманы. Һуғыш осоро төрлө ауырлыҡтарын һалып торҙо. Өлкәндәр менән бер ҡатарҙан колхозда эшләне. Аслыҡ-яланғаслыҡтың уртаһында ҡайнаны. Хәтеремдә, атай, ағас һатып, Зөләйха апайға яңы фуфайка алып ҡайтҡан. Күрәһең, яңы кейемде минең дә кейгем килгәндер. Мин бит мандолинасы ауылда, матурыраҡ кейенергә кәрәк. Тартыша торғас, ул фуфайканың еңен өҙөп сығарғанбыҙ. Апай тиҙ генә тегеп, йәбештереп ҡуйҙы.
Ул ваҡытта төрлө ауырыу­ҙар күп ине. Бер ваҡыт ауылда тиф көсәйеп китте. Ауы­рыуҙарҙы бер өйгә йы­йып һалдылар. Врачтар юҡ, дауалаусы медицина туташы ғына бар. Был ауырыу Зөләйха апайҙы ла урап үтмәне. Бер көн үксәһенә тейеп торған ҡап-ҡара сәс толомон ҡайсы менән ҡырҡып, уны ла баяғы өйгә һалып ҡуйҙылар. Түшәк-юрғанды һәр кем үҙе алып барҙы. Бәғ­зеләр ошо ауы­рыуға бирешеп, яҡты ­донъя менән хуш­лашты. Зөләйха апай һауығып сыҡты, әммә кейем­дәрен утта үртәнеләр.
Ошо ваҡытта ла апай китаптан айырылманы, унан-бынан табып уҡырға ты­рышты. Атайҙың “Мөғә­ллим булығыҙ” тигән васыятын йөрәгендә йөрөттө. Ошо хыял, теләк уны Баш­ҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына килтереп юлыҡ­тырҙы. Ғүмере буйы уҡы­тыусы һөнәренә тоғро хеҙмәт итте. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Мәликә Йосопова менән Зөләйха Ғүмәрова дәрестәренән һабаҡ һәм өлгө алып сығыр ине. Танылған уҡытыусы Зәйтүнә Йылҡыбаева: “Зөләйха апайҙың дәрестәрендә ултырып, күп нәмәгә өйрәндек”, – ти торғайны. Ысынлап та, ул башҡорт теле уҡытыу­сыһы булыуы менән сикһеҙ ғорурланды. Дәрестәрен халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның һүҙҙәре менән тамамлар ине:
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле – минең телем!
– тип туған телдең бөйөклөгөн уҡыусылар күңеленә еткерер булды. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти халыҡ. Уның башҡорт телен һөйөүе, уға хеҙмәт итеүе балаларына ла күскән. Улы Алик, ҡыҙы Альбина ла ошо һөнәрҙе һайланы.
Үкенескә ҡаршы, Альбина ниндәйҙер әҙәм аҡтығының йүнһеҙлеге арҡаһында Ҡыуандыҡ ҡалаһында юл фажиғәһендә һәләк булды. Әммә уның тураһында бөгөн дә һағынып һөйләйҙәр, иҫкә алалар. Йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, ул Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһы башҡорттарының балаларына туған тел уҡытыу, халҡыбыҙҙың традицияларын уларҙың күңеленә һеңдереү, Башҡортостан тарихын өйрәтеү маҡсатында урыҫ мәктәптәрендә башҡорт кластары астырыу буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарҙы, атай-әсәйҙәрҙең рәхмәтенә күмелде. Уға ире, теш табибы Вадим да ныҡ ярҙам итте, ата-әсәләрҙән балаларын башҡорт кластарына биреүҙе үтенде, бының мөһимлеген аңлатты.
Альбинаның шул тиклем абруйлы булыуы уны ерләгәндә күренде. Башҡортостандың, Ҡыуандыҡ районының башҡорт ауылдары халҡы, Медногорск ҡалаһынан килгән милләттәштәр уның кәүҙәһен демонстрация рәүешендә зыяратҡа тиклем оҙатып барҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының даны бында ла асыҡ сағылды. Әсәһе Зөләйха апайға ошондай баланы үҫтергәне өсөн күҙ йәштәре аша рәхмәт әйттеләр.
Зөләйха апайҙың улы Алик әле Ейәнсура районының Таҙлар урта мәктәбендә директор вазифаһын бик уңышлы башҡара. Әйткәндәй, уның ҡатыны — Учалы районы ҡыҙы Илзирә лә башҡорт теле һәм әҙәбиә­тенән уҡыта.
Бер һүҙ менән әйткәндә, әсәйҙән, йәғни Зөләйха апайҙан, башланған матур традиция дауам итә.


Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты.



Вернуться назад