Мәрхәмәтле бул, яҙмыш!06.12.2014
Сабый донъяға тәүге ауазын һалғас та, эргәһендә әсәһе, аҡ халат кейгән ағай-апайҙар йүгерешеп йөрөй. Бер нисә көндән ул атаһын, өләсәй-олатаһын да күрер...

…Бындай һүҙҙәрҙе, үкенескә ҡаршы, һәр балаға ла ҡарата әйтеп булмай шул. Бына Лизаға, мәҫәлән, төрмәлә тыуырға тура килгән, әсәһе йүнһеҙ булғас, сабый ни ҡылһын һуң? Тик ҡыҙҙың бәхетһеҙлеге бының менән генә тамамланмай: ҡатын иреккә сығыу менән айнымай эсә, ҡайҙа етте шунда ҡуна башлай. Лизаға иһә ас, бысраҡ көйө эскесе әсәйгә эйәреп йөрөүҙән башҡа сара ҡалмай. Туҡмалыуҙар, йәберләнеү-кәмһетелеүҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Сит өлкәнән килгән ҡатындың Стәрлетамаҡта бер кеме лә юҡ, шулай ҙа ул үҙе кеүектәргә фатирға инә. Билдәле, Лиза өсөн ҡот осҡос тормош бында ла тамамланмай. Ҡайһы берҙә фатир хужалары – бер туған ике эскесе ир – ҡыҙҙы ашатып маташа. Тик бер көн йүнһеҙ әсә бөтөнләй юғала. Аптырашта ҡалған ирҙәр полицияға мөрәжәғәт итә.
Бәхеткә күрә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Лизаны дауа­ханаға илтә. Әле сабыйға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
“Төрмә хеҙмәткәрҙәре урамға балалы ҡатынды сығарып ебәргәндә нимә ҡараған?” тиергә булыр ине. Тик берсә яманларға, берсә һағынып иҫкә алырға яратҡан Совет заманы түгел шул. Һәр кемдең тормош-яҙмышы – үҙ ҡулында, бер кем дә бер кемгә лә бурыслы түгел, тип өйрәндек бит инде. Нисек кенә булмаһын, 260 мең кеше йәшәгән Стәрлетамаҡ ҡала­һында бер сабый яҙмышы һис кемде тиерлек ҡыҙыҡһын­дырмағас, донъялағы нисәмә миллион кеше тураһында әйтеп тораһы ла түгел!






Вернуться назад