Дүрт йыл барған Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙгә күп бәлә-ҡаза килтерҙе, ул юғалтыуҙарҙы үҙебеҙ тойоп, аңлап үҫтек. Һуғыш яландарында ятып ҡалған ҡорбандар, тылда күргән аслыҡ, яланғаслыҡ хаҡында хәтирәләр әле лә йөрәк түрҙәребеҙҙә һаҡлана. Атайым Абдрахман Ғәлимулла улы Сәғәҙиев һуғышҡа киткәндә, әсәйем Бибиғәйшә Вәлиәхмәт ҡыҙы ҡарамағында биш бала тороп ҡалғанбыҙ. Ә иң кесе ҡустыбыҙ Ринат, үпкәһенә һыуыҡ тейеп, бәләкәй генә сағында был донъя менән хушлашты. Балаларҙы ашатырға кәрәк. “Аслыҡ” тигән нәмә төрлө үләнде лә ризыҡ итә тигәндәй, бөтәһен дә ашап үҫергә тура килде. Яҙ етеп, саҡ ҡына ҡар иреп, ҡара ер асыла башлаһа, серегән картуф менән туҡланыу ғына ла беҙҙе ниндәйҙер бер ләззәт, туҡлыҡ донъяһына алып барған кеүек тойола ине. Кесерткән, дегәнәк тамыры, алабута, балтырған, ҡаҡы һәм башҡа үҫемлектәр ҙә артабан беҙҙең төп рационға инә торғайны. Бынан тыш, кейенергә кәрәк бит әле. Меҫкен әсәйемдең клеенканан ыштан тегеп биргәне әле булһа хәтеремдә.
Бала бала инде, сана йәки саңғы шыуғы килә. Нисек инде башҡаларҙан үҙеңде кәм тоймаҡ кәрәк? Беҙҙең Тирмән-Йылға ауылында ҙур ғына ике тау бар. Береһе — Ташлығыр, ә икенсеһе Ҡыҙылтау тип атала. Шул тауҙарҙың икенсеһенә барып, туйғансы тигәндәй сана, саңғы эйеп ҡайтыу үҙе ҙур шатлыҡ ине. Өшөү-туңыу тигән нәмәне белеү ҡайҙа! Күрәһең, шатлыҡ тойғоһо унан өҫтөнөрәк булғандыр. Шуға күрә хәҙерге Еңеү байрамы — барыбыҙ өсөн дә иң ҙур тантаналарҙың береһе.
Еңеү хәбәрен беҙгә уҡытыусы Мәрхәбә апай еткерҙе. Ул улы Дантис менән мәктәп бинаһының бер бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәй ине. Күрәһең, мәктәптә репродуктор йәки телефон булғандыр. Дантис менән беҙ бер класта уҡыныҡ (ул мәрхүм инде – Р.С.). Мәрхәбә апайҙың “Беҙ еңдек!” тигән шатлыҡлы хәбәрен иң беренселәрҙән булып ишеттек, сөнки йортобоҙ мәктәп ҡырында ғына ине. Класташым менән өйҙән-өйгә йүгереп, һөйөнөслө яңылыҡты тараттыҡ. Беҙ әйләнеп килгәнсе, мәктәп ихатаһы халыҡ менән тулғайны. Ҡыйыҡ башына ҡыҙыл флаг элеп ҡуйылған. Мин шул ваҡытта ғына беҙҙең ауылда тиҫтәләгән оратор барлығын белдем. Әлбиттә, иң беренселәрҙән булып иң оло йәштәге уҡытыусыбыҙ Ҡәйникамал апай Сәғәҙиева һүҙ тотто. Микрофон булмаһа ла, “Ура!” тигән тауыштар бөтә Тирмән-Йылғаға яңғырап торҙо. Мәктәп майҙансығындағы был ҡыуаныслы ваҡиға әле лә күҙ алдымда кеүек, ишеткән шатлыҡлы һүҙҙәр әле булһа ҡолағымда яңғырағандай.
Ҡыуаныстан урғылған күҙ йәштәре яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһына, әрнеүҙәргә ҡушылып сыҡты. Әлбиттә, ике төрлө тойғо кисергәндәр араһында кемдәр икәнлеген туғыҙ йәштә генә булһам да, яҡшы аңлай инем. Атаһының йә иренең, улының, ағаһының, бабаһының, ҡустыһының бер ҡасан да тыуған яҡтарына кире ҡайта алмаясағын аңлап йөрәге һыҙлағандар аҙ булманы. Уларҙың араһында беҙҙең ғаилә лә бар ине. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ҙур юғалтыуҙар менән яуланған Еңеү байрамдарҙың иң юғарыһына әйләнде.