Кредит кооперативтарының эшмәкәрлеге06.12.2014
Кредит кооперативына инеү менән, һәр ағза түләгән өҫтәмә иғәнә буйынса йөкләмәгә ярашлы, берлектәге субсидиар яуаплылыҡҡа эйә булаһығыҙ (Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 116-сы статьяһы).
ағзалыҡ иғәнәһе кооперативтың ағымдағы эшмәкәрлеге сығымдарын ҡаплау өсөн тәғәйенләнә;
кооперативҡа инеү иғәнәһе – бөтә кооперативтарға ла хас түгел – кооперативҡа инеү (документтар тултырыу, яңы ағзаларҙы ҡабул итеү һөҙөмтәһендә документтарға үҙгәрештәр индереү, юридик хеҙмәттәр өсөн түләү) менән бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн ҡулланыла;
өҫтәмә иғәнә кооператив сығымдарын ҡаплау өсөн түләтелә;
пай иғәнәһе – устав эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн ағзалар кооперативҡа тапшырған аҡса.
Кредит кооперативы аҡсаһы, нигеҙҙә, ағзаларға заем биреү өсөн тотонола.
Кредит кооперативының бер ағзаһына (пайсыға) бирелгән заемдың иң ҙур күләме ошондай ҡарар ҡабул ителгән мәлдә кооператив тарафынан бирелгән заемдар буйынса дөйөм бурыс күләменең 10 процентынан (ике йылдан аҙыраҡ эшләгән кредит кооперативы өсөн – 20 проценттан) артмаҫҡа тейеш.
Кредит кооперативы асыҡ һәм ябыҡ акционерҙар йәки яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр рәүешендә ойошторола алмай. Кооперативҡа ингәнгә тиклем үк уның ойоштороу документтарын иғтибар менән өйрәнергә кәрәк. Әгәр һеҙгә был мөмкинлекте бирмәйҙәр икән, шикләнергә урын бар – алдығыҙҙа финанс пирамидаһы булыу ихтималлығы ҙур.
Саманан тыш маркетинг әүҙемлеге, реклама. Кооператив аҡса эшләү өсөн түгел, ә аныҡ кешеләрҙең мәсьәләләрен хәл итеү өсөн төҙөлә.
Кооператив ағзаларҙың иғәнәһенә ҙур проценттар вәғәҙә итһә лә, һаҡ булығыҙ.
Заем килешеүе аныҡ булмаһа йәки уны алдан уҡ иғтибар менән өйрәнеү мөмкинлеге бирелмәһә, шикләнергә урын бар.
Кредит кооперативы ниндәй ҙә булһа кооперативтар берекмәһенә инергә тейеш.
Кредит кооперативының эшмәкәрлек осорона иғтибар итегеҙ. Әгәр ике йылдан аҙыраҡ эшләһә, шик өсөн нигеҙ бар (ике йылдан оҙағыраҡ эшләгән кредит кооперативына ҡәтғиерәк финанс нормативтар ҡуйыла).
Кооперативҡа яңы ағзалар алып килгән өсөн ташлама вәғәҙә итһәләр, һағайырға урын бар.