Ҡыш түҙемлекте һынай02.02.2012
Илгә ысын мәғәнәһендә ҡыш килде – Рәсәйҙең 50 төбәгендә термометр бағанаһы бер нисә көн рәттән түбән температура күрһәтә. Урал, Төньяҡ-Көнбайыш, Волга буйы, Алыҫ Көнсығышта айырыуса һалҡын.
Хакасияла бер нисә көн 40 градус һалҡындар тора, Яҡут (Саха) Республикаһында тағы ла һалҡыныраҡ – минус 50 градус самаһы. Хәлде киҫкен ел тағы ла ҡатмарлаштыра. Шуға ла был төбәктәрҙә балалар мәктәпкә йөрөмәй, өйҙә ултырырға мәжбүр.
Дағстанда ла һыуыҡ. Термометр 15 градус һалҡынды күрһәтә, хатта Каспий диңгеҙе туңған – был төбәк өсөн һис тә хас күренеш түгел. Махачкала бухтаһында боҙ ҡатламы 15 сантиметрға еткән, был хәл нефть табыусы комплекстарҙың эшен ҡатмарлаштырған.


Вернуться назад