Халыҡ мәнфәғәтендә06.12.2014
“Башҡортостан Республикаһында транспорт сараларын махсус ҡуналҡаға күсереү, уларҙы һаҡлау, ошоноң өсөн сығымды ҡаплау, шулай уҡ транспорт сараларын кире ҡайтарыу тәртибе тураһында”ғы закон проектында махсус ҡуналҡаға оҙатылған транспортты хужа­һына ҡайта­рыуҙың ябайлаштырылған тәр­тибен ҡул­ла­ныу осраҡтары күҙ уңында тотола. Граждандарға ошо хаҡта хәбәр итеү, махсус ҡуналҡала транспортты ун ике сәғәт дауамында һаҡлаған өсөн хаҡ түләтмәү тураһындағы норма менән яңы законды тулыландырыу тәҡдим ителә. Автомобилде рөхсәтһеҙ урын­ға ҡуйған өсөн эвакуация­лауға уның хужаһы шаһит булһа, эва­куаторҙың эше өсөн генә хаҡ түләтеп, транспортты алып ҡалыу мөмкинлеген биреү ҡарала. Бындай үҙгәрештәр авария йәки иҫерек килеш рулгә ултырыу кеүек осраҡтарға ҡағылмай.

n“Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйлә­неше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында”ғы Законға индерелгән яңылыҡтар муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары ҡарарына ярашлы, төбәктәге ҡайһы бер биләмәләрҙә алкоголле эсемлек һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы күҙаллай.

n“Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнөң статусы тураһын­да”ғы закон проектына, респуб­ли­каның баш ҡалаһы булараҡ, Өфөнөң статусына һәм функцияларына ҡағылыш­лы яңы төшөнсәләр индерелә. Ҡалала уҙғарылған сараларҙы республиканың дәүләт һәм федераль программаларға индереү юлы менән уларҙы финанслауҙың яңы тәртибе билдәләнә. Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһына индерелергә тейешле кешеләрҙең килеменә һалымдан бүлемдең өҫтәмә нормативын билдәләү рәүешендә бюджет-ара көйләү алымын файҙаланыу айырым ҡарала.

n“Башҡортостан Республикаһы Баш­лығы тураһында”ғы закон проекты республика Конституцияһына Башҡор­тостан­- дағы иң юғары вазифа биләгән кешенең вазифа атамаһын үҙгәртеү йәһәтенән төҙәтмәләр индерелеүгә бәйле ҡабул ителә. Яңы Закон Башҡортостан Республикаһы Башлығы эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм хоҡуҡтары гарантияларын – һайланыу тәртибен, ант биреү тексын, вәкәләттәрен, атап әйткәндә, закондар сығарыу һәм дәүләткә идара итеү өлкәһендәге вәкәләттәрҙе, уларҙы ваҡытынан алда туҡтатыуҙы, бирелгән өҫтөнлөктәрҙе, отставкаға киткәндән һуңғы статусын билдәләй.

n“Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектының төп положениелары социаль торлаҡ төҙөү маҡсатында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ерҙе бушлай файҙаланыуға биреүҙе, төҙөлөштә өлөш­ләтә ҡатнашҡан кешеләргә тупраҡ сифаты тураһындағы мәғлүмәтте ҡулланыу мөм­кин­леген тәҡдим итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ көтөүлектәрҙең минималь күләмен билдәләгән норманы ғәмәлдән сығарыу, проблемалы объекттар төҙө­лөшөн үҙ иңенә алған кешеләрҙән ер өсөн аҡса түләтмәү, ауыл хужалығы ойошмаһы менән муниципаль милектәге ерҙе һатып алыу-һатыу йәки ҡуртым килешеүен төҙөүгә ғариза биреү ваҡытын арттырыу, бесәнлек һәм көтөүлек өсөн тәғәйенләнгән ерҙе ҡуртымға алыу срогын биш йылдан өс йылға тиклем кәметеү тәҡдиме индерелә.

n“Башҡортостан Республикаһында мә­ғариф тураһында”ғы һәм “Мәҙәниәт тураһында”ғы Закондарға индерелгән үҙгәрештәр федераль ҡануниәттәге яңы­лыҡтарға бәйле. Ошо өлкәләрҙе көйләгән власть органдары – Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары – йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында белем биреү ойошмалары, мәҙәниәт учреждениелары күрһәткән хеҙмәт сифатын бойондороҡһоҙ баһалау буйынса йәмәғәт советтары төҙөргә тейеш. Баһа биргәндә ойошма тураһындағы мәғлүмәттәрҙең асыҡлығы, хеҙмәт күрһәтеү шарттары һәм ваҡыты, хеҙмәткәрҙәрҙең итәғәтлелеге, компетент-лығы, хеҙмәт сифатынан ҡәнәғәт­лек кеүек күрһәткестәргә айырым иғтибар биреләсәк.

n“Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты киләһе йылдың 1 ғинуарынан опекундарға, баланы тәрбиәгә алған ата-әсәләргә, шулай уҡ ошондай ғаиләләрҙә баланы ҡараған өсөн айлыҡ түләү күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тота.

nРеспублика парламентының “Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында”ғы Федераль за­кон­ға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы федераль закон проектын Рәсәй Феде­рацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы ҡарамағына тәҡдим итеүе әсәлек (ғаилә) капиталы аҡсаһын алыусыларҙың гарантияларын нығытыуға һәм ошо аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотоноу алымын ябайлаштырыуға йүнәлтелә. Федераль закон тексындағы “хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ” тигән төшөнсәне “кешенең милек хоҡуғын раҫлаған документтар” тигән һүҙбәйләнеш менән алмаштырыу тәҡдим ителә.

(Республика ҡануниәтендәге үҙгәреш­тәрҙе төплөрәк өйрәнергә те­ләү­селәр гәзиттең сайтына мөрәжәғәт итә ала).


Вернуться назад