Ғинуарҙа ял көндәре06.12.2014
1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙағы Яңы йыл каникулы, шулай уҡ 7 ғинуарҙағы Христос Раштыуаһы байрамы Рәсәйҙә — ял көндәре.
3, 4 ғинуар шәмбе, йәкшәмбегә тура килгәнгә күрә, 3 ғинуарҙағы ял көнө — 9 ғинуар, йомаға, ә 4 ғинуарҙағыһы 4 май, дүшәмбегә күсерелә. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо турала хәбәр итте. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республика халҡы 1 — 11 ғинуарҙа ял итә. Шаршамбы, 31 декабрҙә, эш көнө оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡара. Йыл һайын бирелгән түләүле отпуск осоронда 1 — 8 ғинуарҙағы ял көндәре отпуск иҫәбенә индерелмәй.