16 декабрҙә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының тамаша залында республикалағы киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы уҙа. Сараны Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостандың Журналистар союзы һәм “Имидж-консультант” реклама агентлығы ойоштора. Әле бер нисә номинацияла конкурс иғлан ителгән. 28 ноябрҙән 10 декабргә тиклем профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар “Иҡтисад һәм финанс”, “Сәйәсәт һәм йәмғиәт”, “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, “Социаль өлкә һәм мәғариф”, “Спорт һәм сәләмәт тормош”, “Һаулыҡ һәм экология”, “Сәнәғәт һәм инвестициялар”, “Атайсал” кеүек һигеҙ төп номинацияла кандидаттарын — быйыл ошо өлкәләрҙе иң әүҙем яҡтыртҡан журналистарҙы — тәҡдим итә. Һәр киң мәғлүмәт сараһы редакцияһы “Йыл журналисы” исеменә берәр кандидат күрһәтергә тейеш. Был кеше коллегалары араһында абруй һәм ихтирам ҡаҙанырға, һөнәри оҫталыҡҡа эйә булырға, әүҙем тормош позицияһын биләргә, журналист эше менән аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ күрһәтергә тейеш.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы республиканың Журналистар союзы менән берлектә “Йыл блогеры”, “Иң яҡшы матбуғат хеҙмәте”, “Мәғлүмәттәр йәһәтенән иң асыҡ компания”, “Иң яҡшы корпоратив баҫма” номинацияларында кандидатураларын тәҡдим итә. Тауыш биреү 3 — 10 декабрҙә уҙғарыла. “Йыл журналисы” исеменә, шулай уҡ номинацияларҙағы кандидаттар vote.imkufa.ru сайтында урынлаштырыла. Тауыш биреүҙә республика матбуғаты хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла ҡатнаша ала.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары
агентлығының матбуғат хеҙмәте.