Әбйәлилдәр ҙә ҡушылды06.12.2014
Күренекле сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың бүләһе, Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ишморат Әминев ата-олаталары тыуып үҫкән Әбделғәзе ауылы халҡына 32 дана “Башҡортостан”-Йома”ны бүләк итте.
— Ауылда бөгөн күберәген оло йәштәгеләр көн итә. Уларҙың һәр береһенең — үҙ мәшәҡәте. Кемдер матбуғатты алдырырға теләһә лә, матди хәле мөмкинлек бирмәй. Ваҡ-төйәк менән ваҡыттың үтеп китеүе лә сәбәпсе булыуы мөмкин. Атайым мәрхүм ғүмер буйы гәзит-журналдарҙан айырылманы, сәләмәт тормош алып барҙы. Ул беҙҙең күңелдә милли рух уятты, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләне. Үҙе һәр саҡ халҡым, атайсалым тип йәшәне. Ә сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың вариҫтары булыу беҙгә икеләтә ғорурлыҡ өҫтәй. Шундай мөхиттә тыуып үҫеп, нисек инде маңҡорт булыу мөмкин? — ти Ишморат Шамил улы.
Ысынлап та, халыҡта “Атайыңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул” тигән әйтем йәшәй. Рухлы һәм сәмле Ишморат Әминевкә “Афарин!” тиергә генә ҡала. Милләттәштәребеҙ араһында тап уның кеүек ир-егеттәр күберәк булһа ине.