Константин ТОЛКАЧЕВ: “Ҡыҙыҡлы башланғыстар тәҡдим ителде”06.12.2014
Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәр нәмәне үҙ исеме менән атаны: күп кенә дәүләттәр өсөн милли ғорурлыҡ — күптән онотолған төшөнсә, ә суверенитет — өлгәшеп булмаҫлыҡ байлыҡ. Рәсәй донъя өсөн асыҡ һәм бикләнергә йыйынмай. Программа документында йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләре телгә алына, юғары маҡсаттар ҡуйыла, уларға өлгәшеү юлдары аныҡлана. Мөрәжәғәтнамә Рәсәйҙең стратегик мәнфәғәттәренә нигеҙләнә.
Ил Президенты иҡтисад өлкәһендә ҡыҙыҡлы башланғыстар тәҡдим итте. Иң элек киләһе дүрт йылға ғәмәлдәге һалым шарттарын нығытыу тәҡдимен айырып билдәләр инем. Был планлаштырыу офоҡтарын киңәйтеү, тотороҡло үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу мөмкинлеген бирәсәк, иртәгәһе көнгә ышаныс өҫтәйәсәк. Капиталды тулыһынса амнистиялау тураһындағы фекер бик ваҡытлы яңғыраны. Аҡса ил иҡтисадына файҙа килтерергә тейеш. Административ контролде кәметеү, һалым йөкләмәһен еңеләйтеү, импортты уйлап алмаштырыу кеүек идеялар ҙа эшҡыуарҙарҙы ҡыуандырыр, тип уйлайым. Ил үҫеше үҙебеҙгә бәйле.