Батыр йомран05.12.2014
— Күктә күрһәм дә бөркөт,
Ҡасмайым унан өркөп, —
Тип маҡтанғас йомран,
Әйткән уға алйырҙан:

— Улай батыр булғас һин,
Ниңә ҡарғанан боҫтоң?
— Бөркөт осто юғары,
Ә ул түбәндән осто.

Бар әле шундайҙар,
Йомран кеүек булғандар:
Алыҫҡа төйнәй йоҙроҡ,
Яҡында болғай ҡойроҡ.

Һәйбәттер

Сабатаһын элде, тиеү,
Ҡайһы ваҡыт ғәйбәттер.
Үҙен ҡайғыртып килгәнгә,
Элеп ҡуйыу һәйбәттер.

Ҡартлыҡ

Йәшлек үтте, тип әйтмәйем,
Йәшлек ҡалды, мин киттем.
Эйәреп йөрөмә, тиеп
Үҙем артына типтем.
Хәҙер ҡартлыҡ миңә һуҙа
Тулы туҫтаҡ, тот, тиеп.
Үҙең сәскән емештәрҙең
Әсе һутын йот, тиеп.

Ҡарышабыҙ

Улай түгел, былай, тиеп,
Һәр ваҡыт ҡарышабыҙ.
Арбаға ҡаратып атты
Егергә тырышабыҙ.

Арба алдан барырға,
Ат этергә тейешме?
Мейесте утын йылыта,
Йә утынды мейесме?

Ғәйебе юҡ

Ғәйебе юҡ, тиеп тапты
Бур, тикшергәс ҡараҡты.
Үҙ янына эшкә алды, —
Тоторбоҙ бер ҡалаҡты.

Орлоҡ ҡалды

Ҡатынына ир ҡысҡырҙы:
— Тиҙ бул, һыйыр!
Күңеленә был һүҙ уның
Нисек һыйыр?

Ыҫылданы, йылан кеүек,
Ул өндәшмәк:
—Телеңде тый, кәкерәйгән
Аңра ишәк!
Итәк аҫтынан урғыла
“Матур” һүҙҙәр,
Бер-беренә уттар сәсә
Зәһәр күҙҙәр.

Бала, тыңлап, күңеленең
Төбөнә һалды.
Киләсәктә шытып сығыр
Орлоҡ ҡалды.

Һыҙыҡ

Эй, был ғүмер тигәндәре,
Уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ.
Килгән-киткән йылдарының
Уртаһында бер һыҙыҡ.

Һуң түгелме?

Вайымһыҙлыҡ баҫып алды,
Күндекме ни?
Ҡусҡар кеүек ҡабырсаҡҡа
Индекме ни?

Тирә-яҡта шайтан туйы,
Күрмәйбеҙ ҙә.
Баш осонда ҡоҙғон оса,
Һиҙмәйбеҙ ҙә.

Барған юлың һаҙға илтә —
Йылан юлы.
Һуң түгелдер, күҙеңде ас,
Башҡорт улы!

Ышандым

Һалпыға һалам ҡыҫтырҙылар,
Ышандым.
Систем дә, биреп ебәрҙем
Ыштанды.
Төбөн ямап килтерәбеҙ,
Тинеләр.
Төп башына ултырттылар
Мине лә.
...Салбар яңы ине лә.

Сысҡан — шағир

Һуҡыр сысҡан өңөндә,
Иң ҡараңғы төбөндә.
Уйлана торғас оҙаҡ,
Шиғыр сығарған аҙаҡ.
Төн, тип, көндән яҡшыраҡ,
Ай ҡояштан яҡтыраҡ...

Көнсөл әтәс


Әтәс тауыҡты ҡыҙғанып,
Бәләһен һала нахаҡ:
— Мин — ҡыҙылмын, һин —ҡ
араһың,
Ниңә, ти, күкәйең аҡ?
Аҡ тауыҡ гел аҡтан һала,
Һиңә бик ҡалды күңел.
Ниңә һинең күкәйҙәрең
Ҡыҙыл йә ҡара түгел?!

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ.


Вернуться назад