Үҙең булып ҡал!05.12.2014
Үҙең булып ҡал! Донъяла һәр кемдең игеҙәге йәки төҫ-һынға ныҡ оҡшаш кешеләр була, ти. Улар Ер шарының төрлө төбәгендә йәшәп, бер-береһен белмәүе лә ихтимал. Ә бына “игеҙәктәр”ҙең бер ауылда тыуып үҫеүе лә бар. Бик һирәк күренештең үҙенсәлектәре лә юҡ түгел, әлбиттә. Ундай оҡшаш кешеләр төрлө күңелле йә күңелһеҙ хәлдәргә лә тарый икән.

Хәҙер генә ауылға машинала елдерергә ғәҙәтлән­гәнбеҙ бит ул. Элек иһә 40 кешегә иҫәпләнгән автобуста 60 – 70-ләгән пассажир консерваланған балыҡ шикелле бергә ҡайта торғайныҡ. Күптәр хәтерләйҙер: бик уңайһыҙ, әммә ифрат күңелле ине ул саҡтар.
…Ярай, һүҙҙе икенсе яҡҡа бормай, төп мәсьәләгә йүнәлтәйем әле. Шулай ике туған апайыма сираттағы бер ялында ауылға ҡайтып барғанда ауылдаш Шамил ағай менән йәнәш “ҡыҫылырға” тура килә. Яҡын ара түгел, бер-ике сәғәт ваҡыт кәрәк. Шуға ауылдаштар һөйләшеп ҡайтырға ниәт ҡыла.
Шамил ағай йәш кенә көйө ҡалаға сығып киткәйне. Ҡайҙа, ниндәй уҡыу йортон тамамлағанын белмәйем, әммә яҡын-тирәлә унан да оҫтараҡ сәғәт йүнәтеүсене осратҡан юҡ ине.
– Сәләм, ағай! Хәлдәр нисек? – тип “дежур” һүҙҙәр менән өндәшә апайым уға.
– Яҡшы ғына, һеңлем. Үҙең нисек? – тип һорау менән яуаплай Шамил ағай. Һүҙ артынан һүҙ сығып, әңгәмә йәнләнеп китә.
– Әсәйегеҙ ни хәлдә әле? Һаулығы нисек? – тигән сираттағы һорауын бирә туғаным.
– Һеңлем, әсәйем күптән гүр эйәһе бит инде. Онотҡанһыңдыр… – тип аптырай Шамил ағай. Ошо минутта, моғайын, әңгәмәселәр бер-береһе хаҡында “алышына башлаған” тип уйламай ҡалмағандыр. Әммә уңайһыҙ хәлдәр шуның менән генә тамамланһа икән. Ауылға етәрәк, апайым кеҫәһенән ватыҡ сәғәтен сығарып (эшләмәгән әйберен ни тип үҙе менән йөрөткәндер инде?):
– Шамил ағай, сәғәтемде генә йүнәтеп бир әле, юҡһа, ваҡытты белмәйенсә, эшкә һуңлай яҙған саҡтар булды (кеҫә телефонынан ғына сәғәт ҡарау заманы алдараҡ ине. – Авт.), – ти.
Шамил ағай шул саҡ “пырх” итеп көлөп ебәрә, ә бер ни аңламаған апайым аптырап ҡала.
Кинәнгәнсе көлөп алғас, Шамил ағай былай тип өндәшә:
– Эй, һеңлем-һеңлем. Мин бит Шамил түгел, ә уҡытыусы Марат ағайың. Хәтерләмәйһеңме ни? Хәйер, ауылда уҡытҡан заманда һин мәктәпкә төшмәгәнһеңдер. Әле ҡалала уҡытам шул. Ишеткәнең барҙыр, бәлки…
Оялышынан апайым автобустың иҙәне тишек булһа, шунда ғына инеп китер ине, тик бер аяҡта ғына баҫып ҡайтып барған саҡта иҙән күренмәй шул. Нисек кенә булмаһын, килеп тыуған хәлдән апайымды йәнә “Шамил ағай” ҡотҡара:
– Уңайһыҙланма, һеңлем. Шамил ағайың менән беҙҙе бутауҙары беренсе ҡабат түгел, өйрәнеп бөткәнмен инде. Туғандар ҙа түгелбеҙ, ә бына ике тамсы һыу кеүек оҡшағанбыҙ.
…Эйе, тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай. Ике кешене берәү итеп тә ҡабул итәләр ҡайһы саҡ. Иң мөһиме – бер әҙәм күңелендә ике кеше йәшәмәһен ине. Атап әйткәндә, сәғәт йүнәтеүсеме һин, уҡытыусымы – үҙең булып ҡала бел.





Вернуться назад