Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева тураһындағы иҫтәлектәрҙә әҙибәнең ауылға ҡайтып йәшәргә теләгәне, йортон музей итеп тапшырырға ниәтләгәне һәм был өйҙө башҡорт тирмәһе кеүек түңәрәк итеп күҙ алдына килтергәне хаҡында йыш телгә алам. Әлбиттә, әлеге йорт-музейын күрһә, Зәйнәб апай бик шатланыр ине: бина тап ул хыялланғанса төҙөлгән. Хөрмәтле әҙибәгә ҡарата оло ихтирам, хөрмәт, уның ижадын юғары баһалау сағыла унда.
Билдәле булыуынса, Күгәрсен районының 70 йыллығы алдынан, 1999 йылда, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия булдырылды. Ул яҙыусының исемен, ижадын пропагандалау, рухи-әхлаҡи йолаларҙы үҫтереү, халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, милли ғөрөф-ғәҙәтен сағылдырыу бурыстарын атҡарған ижад кешеләренә тапшырыла. Ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотҡанда, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары исемлегендә әҙибәнең йорт-музейын проектлаған архитекторҙарҙың – Рудоль Әүсәхов менән Наил Ғәлиевтең – исем-шәрифе лә булһа, Зәйнәб апай, һис шикһеҙ, ҡыуаныр ине. Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ошо фекергә ҡолаҡ һалһын ине тигән теләктәмен.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты,
яҙыусы.