“Халыҡ сәсәне” тергеҙелә05.12.2014
Башҡорттар борон-борондан сәсәндәре менән дан тотҡан. Халҡыбыҙ уларҙың һәр һүҙенә ҡолаҡ һалған, ихтирам иткән, сәсән һүҙе хаҡлыҡтың үҙе булып ҡабул ителгән.

Башҡортостанда берҙән-бер сәсән­дәр мәктәбе етәксеһе, һүҙ оҫтаһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Асия Ғәйнуллина тарафынан Сибай ҡалаһында үҙ эсенә сәсәндәр мәктәбен алған “Урал батыр” үҙәге булдырыласаҡ.
Сибай сәнғәт колледжы 2015-2016 уҡыу йылына халыҡ ижады белгестәре әҙерләү өсөн бюджет нигеҙендә уҡыу­сылар ҡабул итергә әҙерләнә. Әлеге көндә был йүнәлештә эш башланған.
“Башҡортостандың халыҡ сәсәне” тигән исем 1944 йылда һуңғы тапҡыр Мөхәмәтша Буранғоловҡа бирелгән. Киләсәктә был йола тергеҙеләсәк.
“Урал батыр” үҙәге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә Башҡортостан, Яҡутстан, Тыва сәсәндәре ҡатнашлығында өзләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, һөйләү оҫталығын үҫтереү йәһәтенән фәнни-ғәмәли конференция һәм Миәкә районында “Аҡмулла нәсихәттәре” фольклор байрамын ойошторорға ниәтләй. Шулай уҡ “Урал батыр” эпосы, ауыҙ-тел ижады буйынса саралар үтәсәк.
– “Урал батыр” эпосын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫына тәҡдим итеүҙе ҙур еңеү тип иҫәпләйем. Тимәк, уны донъя таный, – ти Асия Ғәйнуллина. – “Урал батыр” үҙәге иһә халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәрҙәрен таратыуға булышлыҡ итәсәк.




Вернуться назад