Көмөшкәгә алданып...02.02.2012
Белорет ҡалаһында бер ҡатын өр-яңы өс матрас һәм ҡоростан эшләнгән һауыт-һаба йыуыу йыһаздарын көмөшкәгә алмаштырып алған.
Тауарҙы уға күршеһе тәҡдим иткән: йәнәһе, эш хаҡын шулай түләгәндәр. Бер үк ваҡытта полиция бүлегенә мебель етештереүсе ойошманың етәксеһе мөрәжәғәт иткән: әҙер тауар һаҡланған келәттән ҡайһы бер әйберҙәрҙең юғалыуы асыҡланған. Махсус өйрәтелгән эт бурҙарҙың эҙенә тиҙ төшкән һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен келәттән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан шәхси йортҡа алып килгән. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре 29 йәшлек ир менән уның танышы – 50 йәшлек ҡатынды ҡулға алған. Әйткәндәй, анһат юл менән хужалыҡ кәрәк-ярағын ҡулға төшөргән күрше ҡатынға ла әйберҙәрҙе кире хужаһына ҡайтарырға тура килгән.