Ярты ғүмерҙәре юлда05.12.2014
Ярты ғүмерҙәре юлда Юлсылар эргәһенә килгәндә административ бинала ла, гаражда ла иртәнсәк була торған йәнлелек һүрелмәгәйне әле. Кемдер автомашинаһы торошон күҙҙән үткәрә, икенселәре мастерҙарҙан күрһәтмә ала, өсөнсөләре ҡапҡанан сығып, эш урынына ашыға ине.

Баш инженер Наил Сафиндың бүлмәһе лә ябылып оҙаҡ тормай – туҡтауһыҙ инеп-сығып йөрөйҙәр. Мастерҙар ҙа ишекте юҡҡа ҡаҡмай – һәр эште кәңәшләшеп, бергәлә­шеп хәл итергә күнеккәндәр. Хәйер, башҡаса мөмкин дә түгел шул – яуаплылыҡ ҙур.
Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү ида­ралығы ҡарамағында 484 километр юл, шуның туғыҙ километрҙан ашы­уы – төбәк әһәмиәтендә. Ра­йон­дың үҙенсәлеге хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, республикала ундай географик урынлы башҡа бер генә төбәк тә юҡ тиерлек. Ҡалын урман ҡаплаған тауҙар теҙмәһенән тор­ған төбәктә асфальт түшәү тү­гел, ҡырсынташлы юл һалыу йәки уны тәртиптә тотоуҙың еңелдән булма­уы һөнәре буйынса юлсыларҙан алыҫ торғандарға ла яҡшы аңла­шы­ла. Ә бөрйәндәргә бай тәжрибә, ошондағы ер-һыуҙың үҙенсәлеген яҡшы белеүҙәре ярҙам итә.
– Хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайтып ингә­не лә юҡ тиерлек, ярты ғүмерҙәре эш урынында үтә. Улар йыл әйлә­нә­һенә, ямғыр, ҡар-буран тимәй участкала. Эш күләме ҙур, 12 кү­пер­ҙе лә күҙ ҡараһылай һаҡларға бурыслыбыҙ, юл ситендәге нығыт­малар, сигнал бағаналары, юл бил­дә­ләре һәр саҡ тәртиптә булырға тейеш. Быйыл 80 миллион һумлыҡ эш атҡарылды, былтыр был күрһәт­кес 60 миллион һумлыҡ ине, – ти баш инженер.
Әле юлсыларҙы, нигеҙҙә, проб­лемалы участкаларҙа күрергә мөм­кин. Мәҫәлән, Әтек ауылына илткән юл шундайҙарҙан һанала. Ул со­ҡорһоу урында, уға төшкән урын ­да текә. Декабрҙә шул ерҙе һөҙә­гәй­теүгә тотонмаҡсылар. Мо­раҡ­ҡа илт­кән юлда иһә асфальт түшәү дауам итә, быйыл уны алты саҡрым арала һалып, йырлап ҡына үтерлек иткән­дәр.
Берҙәм коллективҡа 80-дән ашыу хеҙмәткәр тупланған. Кемделер маҡтау һүҙҙәре менән телгә алып, икенсеһенең исем-шәрифен атап үтмәһәң, яҙыҡ булыр төҫлө, сөнки һәр ҡайһыһы үҙ урынында, тиҙәр. Шулайҙыр ҙа. Араларында республика Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгәндәр­ҙең, үҙ эшенең оҫталары булып та­ныл­ғандарҙың да байтаҡ икән­леген әйттеләр. Мәҫәлән, Ғәлийән Ҡол­дәү­лә­тов менән Ноғман Теләүбаев оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләй. Хәҙер юл һалыу эшенә йәштәрҙе өйрәтәләр. Илдус Ғәйнуллинға ҡарата ла маҡ­тау һүҙҙәре еткерҙеләр. Бер нисә техниканы “ауыҙлыҡлай” ал­ған, нин­дәйе кәрәк, шуныһына ултыра, ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Айнур Ишмөхәмәтов та һәр саҡ әҙер, техникаһы тәртиптә, тиҙәр.
Хәйер, хеҙмәт кешеһе тура­һын­да хәстәрлек күрелгән урында ал­дынғылар һәр саҡ күп булыусан. Идаралыҡ иһә был яҡтан өлгө булып тора. Административ бина­лағы стендтарға һәм фотоларға ҡарап та эшсе һөнәренең баһаһын күтәреүҙәренә инанырға мөмкин. Спорт сараларында ла, ял ваҡыт­тарында ла бергәләр. Тармаҡ буйынса яулаған кубоктары, почет грамоталары һәм дипломдары ида­ралыҡтың йылъяҙмаһында ҡа­ла. Төрҙәш предприятиелар араһын­дағы ярышта ла һынатмай киләләр. Әйткәндәй, “йола” быйыл да боҙол­маған – хеҙмәтте һаҡлау, яҡшы шарттар тыуҙырыу буйынса беренсе урын яулағандар.
2012 йылдан Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығына Надир Иман­ғолов етәкселек итә. Әйт­кәндәй, быға тиклем дә хеҙмәт юлының байтаҡ өлөшө ошонда баш инженер вазифаһында үткән.
Һуңғы йылдарҙа коллектив йыл йомғаҡтары буйынса предприятиелар араһындағы конкурста еңеү яулап килә. Әлбиттә, етәксенең маҡсаты план-күрһәткестәрҙе үтәү­ҙән генә тормай, ә матди-техник базаны нығытыуҙа ла, хеҙмәт шарт­тарын яҡшыртыуҙа ла күрә бурысын. Коллективты бер бөтөн итеп туплау ҙа, хеҙмәт кешеһенең абруйын күтәреү ҙә – уның өҫтөндә.


Вернуться назад