Тажикстан илсеһе — Өфөлә05.12.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тажикстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Имаметдин Сатторов менән осрашты.
Илсе Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы булып яңы эш башлаған Олимхон Шамсов менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ Тажикстан президенты Эмомали Рахмондың сәләмдәрен тапшырҙы һәм ауыл хужалығы мәсьәләләрен көйләгән вице-премьер Муродали Алимардондың Өфөгә килергә йыйыныуы хаҡында хәбәр итте. Илсе Тажикстан граждандарына Башҡортостанда йәшәү һәм эшләү мөмкинлеген биргән өсөн Рөстәм Хәмитовҡа Хөкүмәт исеменән рәхмәт әйтте.