БИшкӘк менән ашыбыҙ бешерлек05.12.2014
Ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев менән осрашты. Улар иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты.

– Республикаларҙың сауҙа бәйләнеше күләме ҡыуандыра. Рәсәй төбәктәре ара­һында Баш­ҡор­тостан Ҡырғыҙстан менән сауҙа­лашыу буйынса өсөнсө урында килә, әммә ғәмәлгә ашырылмаған мөм­кин­лектәр күп әле. Йыллыҡ тауар әйлә­неше 224 миллион һум тирәһе, был сик түгел. Таможня союзына инеү алдынан халыҡ-ара бәйләнеш­тәрҙе нығытыу айырыуса мөһим, — тип һөйләне Джоомарт Оторбаев ҡырғыҙса. Тәр­жемәсеһеҙ ҙә уны яҡшы аңланыҡ.
Киләһе йылдың мартында Бишкәк ҡала­һында Башҡортостан Республи­каһы көндәрен үткәреү күҙаллана. Ҡырғыҙ­ҙарҙың “Манас”, ­ баш­ҡорттарҙың “Урал батыр” эпоста­ры, милли музыка ҡорал­да­ры, кейем­дәр, тел, хатта ғөрөф-ғәҙәт­тәр оҡшашлығын билдәләп үтмәү мөм­кин түгел. Советтар Союз­ы заманында был ике респуб­лика­ны бер дәүләт ҡанаты аҫтында йәшәү ҙә бер­ләштер­ҙе. Хәҙер Евразия уртаһында урынлашҡан 5 миллион ярым халыҡ­лы Ҡырғыҙстан – айырым дәүләт, әммә ул Рәсәй төбәктәре менән бәйләнеште өҙмәй.
Өфө менән Бишкәк араһында тура авиалиния асыу тәҡдиме лә индерелде. Шулай уҡ туризм өлкә­һен­дә хеҙмәттәшлек итергә мөм­­кин. Мәҫәлән, социаль туризм про­грам­маһы буйынса. Ике республикала ла ауыл хужалығы тармағы үҫешкән.
Ҡунаҡтар Өфө янындағы “Алексеевка” совхозының эшмәкәрлеге менән танышты. Был хужалыҡ һөт, ит етештереү буйынса алға киткән, йәшелсә үҫтереү буйынса ла уңыштары тос. Заманса теплицалар сатлама һыуыҡта ла уңыш алыу мөмкинлеге бирә. Әлегә емеш-еләк үҫтереүе ҡатмар­лыраҡ. Ҡояшлы Ҡырғыҙстан вәкилдәре был тәңгәлдә ярҙамға килергә әҙер.
Джоомарт Оторбаев Рәсәй мосолман­да­рының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән дә осрашты. Әңгәмә бары­шында Ислам динен үҫтереү, иман йорттары өсөн яҡшы белемле кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре күтәрелде. Фекер алышыу ике яҡты уртаҡ ниәттәр берләштереүен асыҡ­ланы.
Рәс­ми сәфәр бары­шында сит ил ҡунаҡтары Башҡор­тостандың ауыл хужалығы һәм сәнәғәт мөмкинлектәре менән дә яҡындан танышты. Бынан тыш, улар төбәктең юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашты.




Вернуться назад