Рөстәм Хәмитов: “Йүнселдәргә юл киңәйә”05.12.2014
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе.
Сарала Совет ағзалары, “Йыл эшҡыуары-2014” республика бәйгеһе еңеүселәре, шулай уҡ министрлыҡтар, ведом- стволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, һуңғы ике йылда Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн байтаҡ эш башҡарылды, шул иҫәптән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты тергеҙелде, Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил институты ойошторолдо. Шулай ҙа ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн был ғына аҙ. 2012—2013 йылдарҙа иһә Башҡортостан 1 мең кешегә тура килгән бәләкәй һәм уртаса предприятиелар һаны буйынса Рәсәйҙә 60-сы урынды биләгән.
– Бер яҡтан, был беҙҙәге ҙур бизнестың, эре предприятиеларҙың ҡеүәте, ошо структураларҙың эшкә һәләте хаҡында ла һөйләйҙер, бәлки. Ҙур сәнәғәт предприятиелары тарҡалған урында бәләкәйҙәре барлыҡҡа килә. Кешегә йәшәргә кәрәк, шуға ла халыҡ эшҡыуарлыҡ мөхитенә инә башлай. Бер үк ваҡытта быны әүҙем эшләмәүебеҙ һөҙөмтәһе тип тә аңларға мөмкин, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республикабыҙ бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының артымы буйынса ил төбәктәре араһында 39-сы урындан 11-сегә күсте, ә Волга буйы федераль округында Ырымбур өлкәһе менән бергә беренсе урында бара. Былтыр бөтә ойошмалар араһында бәләкәй һәм уртаса предприятиелар хеҙмәткәрҙәре һаны 28,5 процент тәшкил иткән. Тулайым төбәк продуктында бәләкәй бизнестың өлөшө — 20 проценттан ашыу. Әммә республиканың йыйылма бюджетында ул ни бары 3,6 процентты биләй.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә халыҡ яғынан инициативаның булмауы, бюрократик кәртәләр ҡамасаулай.