Хуш киләһең, Әҙәбиәт йылы!05.12.2014
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ ил Президентының “Рәсәй Федерацияһында Әҙәбиәт йылын үткәреү тураһында”ғы Указына ярашлы, шулай уҡ йәмәғәтселектең иғтибарын әҙәбиәткә һәм китап уҡыуға йәлеп итеү маҡсатында сығарылды. 2015 йыл республикабыҙҙа Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде.
Башҡортостан Хөкүмәтенә Әҙәбиәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын төҙөргә, уның составын раҫларға, шулай уҡ төп саралар планын эшләүҙе тәьмин итергә ҡушылды. Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә тейешле саралар ойошторорға тәҡдим ителде.