Кеҫәләре – ҡалын, аҡылдары – һай02.02.2012
Өфө ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре айырыуса ҙур күләмдәге мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған. Билдәле булыуынса, ике етеҙ "эшҡыуар" 30-лаған кешенең 50 миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыу юлы менән үҙләштергән.
Бынан бер нисә йыл элек ике егет ҙур төҙөлөш компанияһы менән инвестор эҙләү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйған. Бер йылдан һуң документ ғәмәлдән сыҡһа ла, ҡулдарында бер нисә мисәтле ҡағыҙ ҡалған енәйәтселәр киләсәктә төҙөләсәк торлаҡҡа аҡса һалыусыларҙы эҙләүҙе туҡтатмаған. Шулай итеп, был икәү, полиция иғтибарын йәлеп иткәнгә тиклем, 25 фатир “һатып” өлгөргән. Тиҙҙән енәйәтселәргә суд буласаҡ.