Кеше ғүмере өсөн яуаплыһың икән...05.12.2014
– Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең, урамдағы билдәләрҙең йыш үҙгәреп тороуы водителдәргә, айырыуса ҡаланыҡыларға, мәшәҡәт тыуҙыра. Күптәр яңылыҡтарҙы белмәй ҡалып, төрлө уңайһыҙ хәлгә тарый, матди яҡтан зыян күрә. Ошо йәһәттән ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Руслан АВЗАЛДИНОВ.
Иглин районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тормош һис ҡасан да бер урында тормай. Әйтәйек, борон кешеләр күберәк йәйәү йөрөгән, юлды дөйәлә, карапта үткән мәлдәр ҙә булған. Хәҙер иһә машинала, самолетта, теплоходта хәрәкәтләнәбеҙ. Йөрөштөң тиҙлеге лә үҙгәрҙе. Мәҫәлән, еңел машиналарҙыҡы – сәғәтенә уртаса 70 – 80 саҡрым тирәһе. Хатта ки унан да арттырғандар бар. Автомобиль сәғәтенә 90 саҡрым тиҙлек менән барған хәлдә бер секундта 20 метр тирәһе ер уҙа. Тимәк, 100 метрлыҡ ара дүрт секундта үтелә тигән һүҙ. Ифрат ҙур тиҙлек бит!
Ерҙең әйләнеүе, ҡояштың ҡалҡыуы, байыуы, йондоҙҙарҙың хәрәкәт итеүе – барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең ҡануны буйынса бара. Йылға ағышының да үҙ ҡағиҙәһе бар. Мәҫәлән, Өфөнә уратып аҡҡан Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары бормалы юл үтмәһә, туп-тура, ҙур тиҙлек менән аҡһа, экологияға, үҫемлектәргә, балыҡтарға ҙур зыян килер ине.
Юл хәрәкәтендәге ҡанундар ҙа теүәл үтәлһә, тормошобоҙға зарар килмәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер. Ошо йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең мөбәрәк хәҙисе бар. Бер ғәрәп дөйәнән төшкән дә: “Эй, Раббым, үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Пәйғәмбәребеҙ. – Тәүҙә дөйәңде яҡшылап ҡара, тыша, унан Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”. Тимәк, һәр саҡ иғтибарлы, яуаплы булыу зарур. Шуны күҙ уңында тотҡанда, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең йыш үҙгәреп тороуынан тик яҡшылыҡ эҙләргә кәрәк. Руль янында ултырған кеше машиналағы ғаилә ағзаларының, яҡындарының, шулай уҡ башҡа техникалағыларҙың ғүмере өсөн ҙур яуаплылыҡ тойорға, ашыҡмаҫҡа тейеш. Көндән-көн тиерлек тулылана барған юлдарҙа хәүеф-хәтәр һағалап ҡына тора. Үҙгәрештәрҙе, тыйыуҙарҙы йыш индереп, дәүләт кешелекте ошо ҡурҡыныстарҙан араларға тырыша, именлек һағында тора. Ә водитель “яңылыҡтар мәшәҡәт тыуҙыра” тип зарланмаҫҡа, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынып барырға, белемен даими камиллаштырырға бурыслы. Мәғлүм булыуынса, хәҙер автомәктәптәрҙең эшмәкәрлегенә, уҡытыу программаһына ла үҙгәреш индерелде. Был да юҡтан түгел – юлда тәртип көслө булырға тейеш.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ихтирам-хөрмәт күрһәтеп йәшәргә насип ҡылһын. “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”, “Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән мәҡәлдәрҙе һәр саҡ иҫтә тотайыҡ, ғаиләбеҙ ағзалары, башҡа кешеләр алдында ышанысты юғалтмайыҡ, уларҙы һаҡлайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.