Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар05.12.2014
Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар Иғтибар иткәнһегеҙҙер, һуңғы ваҡытта ҡайһы бер гәзит-журнал биттәрендә башҡорт халҡының тарихына, уның үткәненә, йәшәйешенә, ғөмүмән, милләт асылына ҡағылышлы бөтөнләй икенсе күҙлектән сығып фекер йөрөткән, ошо мәсьәләләргә үҙҙәренсә баһа бирергә тырышҡан иптәштәрҙең мәҡәләләре йышайып китте. Һүҙ ҡоралдан көслөрәк, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Йәшермәйбеҙ, имеш-мимеш милләттәштәребеҙ аңына төрлөсә тәьҫир итә. Шуға ла был мәсьәләгә “Башҡортостан” гәзите бер нисек тә күҙ йомоп ҡала алмай. Редакциябыҙҙа “Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар” темаһына “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу идеяһы ла тиктомалдан тыу­маны. Аҡыллыға ишара булһын ине был һөйләшеү. Беҙҙә ҡунаҡта — тарих фәндәре докторы, профессор Марат ҠОЛШӘРИПОВ, тарих фәндәре докторы, профессор, билдәле археолог Нияз МӘЖИТОВ, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт ҠУНАФИН һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре, әүҙем авторыбыҙ Әсләм АРЫҪЛАНОВ. Һүҙ — зыялыларыбыҙға.

Үҙ усағыңа көл тартырға тырышыу бит был

Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмаларНияз Мәжитов. Ҡайһы бер иптәш­тәрҙең башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡарата шул тиклем насар фекер тыуҙырырға тырышыуы күңел­де ҡыра. Интернет селтәре тәнҡит мәҡәләләре, төрлө имеш-мимеш менән тулған. Ғалим булараҡ шуны әйтә алам: башҡорт халҡының тарихын ҡулдан килгәнсә объектив тик­ше­рәбеҙ, фәнни материалдарға нигеҙ­лә­неп, асыштар яһайбыҙ, ләкин ялған күренештәр, яла яғыуҙар эше­беҙҙе юҡҡа сығарып торған төҫлө. Мәҫәлән, Владимир Иванов, Гюльнара Обыденова кеүек археологтар, профессорҙар, шулай уҡ үҙебеҙҙең төп университеттарҙағы тарих һәм археология кафедраларында эшләгән бәғзе хеҙмәткәрҙәр Өфөнөң урта бы­уаттарҙа Башҡорт исемле ҡала булып йөрөтөлгәнен, уның донъя тарихын­дағы урынын бөтөнләй инҡар итә. Етмәһә, шул уҡ коллегаларыбыҙ һуң­ғы биш йыл эсендә мәктәп балалары өсөн “Өфө тарихы” (“Уфаведение”) дәреслеген әҙерләп сығарыуға өлгәш­те. Ялған тарих кемгә кәрәк булды икән? Беҙ был хаҡта төрлө инстан­цияларға хат яҙып ҡараныҡ — файҙа юҡ.
Әсләм Арыҫланов. Башҡорт хал­ҡының тарихын инҡар иткән, уның үткәндәрен һанламаған китапты ни ғиллә менән мәктәп программаһына индерергә мөмкин? Бер генә миҫал: дәреслек авторҙары XIII быуатта баш­ҡорт халҡының бер ауылы ла, бер тораҡ пункты ла булмаған тигән фекер үткәрә. Ә бит XII быуаттағы ғәрәп геог­рафы әл-Иҙриси боронғо Башҡорт илендә биш ҡала булғанлығын бил­дәләй. Дөрөҫ хәбәр булһа, әлеге дәреслектең икенсе өлөшө әҙерләнә, тиҙәр.
Нияз Мәжитов. Был бит тәү сиратта башҡорт халҡын урыҫтарға, баш­ҡа милләт вәкилдәренә ҡапма-ҡаршы ҡуйыуҙы аңлата. Сәйәси күҙ­лектән сығып фекер йөрөткәндә, ха­лыҡ-ара дуҫлыҡты емереүгә бә­рәбәр. Мин был күренеште, ғөмүмән, ҡабул итә алмайым. Йәмәғәтселек, Хөкүмәт ағзалары, Президент Ха­ки­миәте был киҫкен мәсьәләне ыңғай юлға һалыр өсөн тейешле саралар күрергә тейеш, тигән уйҙамын.
Ғиниәт Ҡунафин. Филолог була­раҡ үрҙә телгә алынған китаптың, ғө­мүмән, был мәсьәләнең нескәлектәре хаҡында фекер алышыу яҡлымын. Ә шулай ҙа ошо ғилми, фәнни проблема буйынса киң даирәлә матур итеп, тейешле кимәлдә фекер алышыу, дискуссия үткәреү урынына матбуғат баҫ­маларына сығып, йөҙ йыртышып, халыҡтарҙы бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйырға тырышыу — бөтөнләй йәмһеҙ күренеш. Бер ниндәй ғалим кешегә лә үҙенең интеллектуаль, мә­ҙәни кимәлен ошондай шарттарҙа һы­нау килешкән эш түгел. Был осраҡта ниндәйҙер форумдар үткәрергә мөм­кин, һөйләшеүҙәр, семинарҙар, симпозиумдар ойоштороу яҡшы. Ҡайһы бер иптәштәрҙең интернет, төр­лө сайттар аша ҡыланыуҙары, уларҙың тейешле кимәлдә факттар менән эш итмәүе борсой. Ярай, факт — бер, ә уны интерпретациялау, үҙеңсә аңлатырға самалау, үҙ усағыңа көл тартырға тырышып, шул уҡ дәлилдәрҙе борғо­лау ғалим кешене бер ҙә биҙәмәй. “Ете ҡат үлсә, бер тапҡыр киҫ” принцибы менән эш иткән кешеләр улай ҡыланмай. Быны мин сәйәси багаж тупларға тырышыу, үҙеңде күрһәтеп ҡалырға ынтылыу кеүек ҡабул итәм.
– Нияз Абдулхаҡ улы, Иванов әфәнде “Өфө-2” ҡаласығы тура­һында һүҙ алып барғанда һеҙҙең менән бергә башлап йөрөнө тү­гелме ни?
Нияз Мәжитов. Эйе. Нәҡ шул Иванов үҙе инде.
Ғиниәт Ҡунафин. Бына бит. Башлап йөрөүселәрҙең, ошо сығанаҡ­тар­ҙы хуплап йөрөүселәрҙең береһе булды ла, хәҙер ул иптәш 180 гра­дусҡа ғына түгел, 360 градусҡа боролоп, тарихты инҡар итә. Әгәр фекерең бар икән, һин иҫбатла. Факттарыңды нигеҙләп бир.
— Әйткәндәй, Нияз Абдулхаҡ улы, “Өфө-2” ҡаласығы ни хәлдә әле? Бынан бер нисә йыл элек боронғо ҡала урынында асыҡ музей ойошторорға ла теләйҙәр ине.
Нияз Мәжитов. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, конкурс иғлан ителмәне, музей төҙөлмәне. Бер түгел, 15 пункттан торған план бар, ләкин ул да баш­ланған да ташланған. 2007 йылда беҙҙең Фәндәр академияһы, республика етәкселеге менән килешеп, Мәс­кәү­ҙең археология институтына мө­рә­жәғәт иткәйне. Өфө ҡалаһында беҙгә таныш булмаған күренештәр асылыуын, шуға эксперттар ебә­реүҙәрен һораныҡ. Дүрт кеше килде. Улар: “Өфө-2” ҡаласығында асылған археологик объекттар балсыҡтан эшләнгән, уларҙы ҡаҙырға ярамай. Хәҙерге кимәлдә уларҙы ҡаҙыу өсөн Башҡортостан археологтары әҙер түгел, сөнки методиканы белмәйҙәр”, — тигән һығымта сығарҙы һәм беҙҙең эштә­рҙе ваҡытлыса туҡтатыу ту­ра­һында хат яҙҙы. Эксперттарҙың һү­ҙен бер айҙан Рәсәй Фәндәр ака­демия­һының Археология институты директоры, академик Макаров та хупланы. Мәскәүҙән килгән тағы бер нисә атаҡ­лы профессор ҡаласыҡты бөтөнләй ябырға һәм киләсәк быуындарға һаҡ­ларға тигән тәҡдим менән сығыш яһағайны ла, әммә археологик ҡаҙы­ныу иҫ киткес примитив кимәлдә әле һаман дауам итә. Мин иһә “Өфө-2” ҡаласығын тикшереүҙе йә Башҡорт дәүләт университетына, йәиһә Баш­ҡорт­остандың Фәндәр академияһына бирергә кәрәк тигән фекерҙәмен.

Үлгәндән һуң көрәш...

Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмаларҒиниәт Ҡунафин. Бөгөнгө һөй­лә­шеү — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Күрәһең, ысынлап та, ғилми йәмәғәт­селекте генә түгел, киң матбуғат сарала­рын да ылыҡтырып, ысын мәғә­нә­һендә ғилми сара — симпозиум — үткәрергә ваҡыт еткән.
Марат Ҡолшәрипов. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта матбуғат баҫма­ла­рын­да, Интернет селтәрендә тарихы­быҙ­ҙы боҙоп күрһәткән, билдәле шә­хес­тәре­беҙгә яла яҡҡан мәҡәләләр күпләп донъя күрә башланы. Был осраҡта мин тәү сиратта “Аргументы и факты” гәзитенең “Башкорт­ос­тан” тигән ҡу­шымтаһы тураһында һүҙ алып барам. Унда һан һайын тиерлек йә Шушпанов әфәнде теләһә ни яҙып сыға, йә Беляев һүҙ тота. Тарихи факт­тарҙы ин­ҡар итәләр. Ҡайҙандыр имеш-мимеш ишетеп ҡалалар ҙа, шу­ны ысынға әйләндереп, әҙәм ышанды­рырлыҡ итеп әйҙә яҙалар, һөйләйҙәр...
— Шушпанов тигәндән, ул бит бер килке Әхмәтзәки Вәлиди тура­һында ла яҙып сыҡты.
Марат Ҡолшәрипов. Эйе, имеш, ҡайҙалыр Мәскәү янында әүәл Баш­ҡортостанда йәшәгән бер пенсионер табылған һәм ул, йәнәһе лә, Зәки Вәлидиҙең Гитлерҙың ярҙамсыһы булыуын дәлилләгән. Әлеге Шушпанов “Ул саҡта ниңә Вәлидиҙе Нюрнберг суды процесында фашламағандар икән?” тип тә яҙып сыҡты. Хәйер, әлеге авторҙың мәҡәләләре “Аргументы и факты” гәзитендә бынан башҡа ла күп баҫылып торҙо. Әле лә донъя күрә. Политолог Беляев та был йәһәттән бик әүҙем булып сыҡты: Башҡортос­тан, бөйөк шәхестәребеҙ тураһында йыш сығыш яһай. Хатта быйыл Республика көнө алдынан “Был ниндәй байрам ул?” тигәнерәк рухтағы мәҡә­ләһе донъя күрҙе. Был бит бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай! Дөрөҫөн әйт­кәндә, был — беҙҙең Конституцияға ҡаршы алып барылған сәйәсәт. Бындай сығыштарға бер нисек тә күҙ йомоп ҡалырға ярамай һәм улайтып булмай ҙа. Беҙ ҡулдан килгәнсә бындай күренештәргә ҡаршы көрәшәбеҙ, фекеребеҙҙе еткерәбеҙ, әлбиттә. Әле­ге мәҡәлә буйынса, мәҫәлән, редак­цияға бер нисә тапҡыр хат менән мөрәжәғәт иттем, әммә бер ниндәй яуап юҡ. Хәйер, был осраҡта проб­лемаға етәксе даирәләр­ҙең иғтибарын йәлеп итеү зарурҙыр. Зәки Вәлиди, Салауат Юлаевтарҙың шәхесенән күпме көлөргә мөмкин?
— Әйткәндәй, Марат Мәхмүт улы, һеҙ бит был мәсьәләне бер бөгөн генә күтәрмәйһегеҙ.
Марат Ҡолшәрипов. Дөрөҫ. Был хаҡта күп яҙылды, күп һөйләнелде. Айырыуса 2010 йылда, Әхмәтзәки Вәлидиҙең юбилейы билдәләнгәндә, уға ҡаршы яла яғыуҙар күбәйгәс, беҙ Әмир Юлдашбаев менән берлектә “Әхмәтзәки Вәлиди — сәйәсмән һәм ғалим” тигән фәнни-популяр китап әҙерләнек. Уйҙырмаларҙы фашлар­лыҡ документтар баҫылып сыҡты. Салауат Юлаев тураһында ла Азат Бир­ҙин бик матур китап яҙып баҫ­тырҙы. “Салават. Бой после смерти” тип атала ул. Яҙы­уын-яҙабыҙ ҙа ул, ләкин был китап­тарҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик аҙы ғына халыҡҡа барып етә. Шәхестәр тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла өҫтәп әйтәйем: киләһе йылға Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл тула. Әҙерлек эштәре тураһында әле булһа бер ҡарар ҙа ҡабул ителмәгән. Был осраҡта беҙҙең киң мәғлүмәт саралары әүҙемерәк булһын ине.

“Рәсәй тарихы” дәреслегендә башҡорттар тураһында мәғлүмәт юҡ

Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмаларМарат Ҡолшәрипов. “Өфө-2” ҡаласығы тураһында ла нимә генә яҙмайҙар! Шул уҡ Иванов, шул уҡ Обыденовалар. Хәҙер улар беҙҙең республикалағы урта мәктәптәргә Баш­ҡортостан тарихы тураһында әсбаптар сығарыуҙы үҙ ҡулдарына алмаҡсы. Ниндәй дәреслектәр була­сағы хаҡында һөйләү урынһыҙ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: уларҙың “Өфө тарихы” һәм уйҙырмаға ҡоролған башҡа әҫәрҙәре — быға асыҡ миҫал. Улар­ҙың башҡорт халҡының тарихын бо­ҙоуға, беҙҙең шәхестәребеҙҙе мыҫҡыл итеүгә ҡоролған уҡыу әсбабы әҙер­ләре көн кеүек асыҡ.
Әсләм Арыҫланов. Бындай хәлдә ҡалыуыбыҙҙың төп сәбәбе, минеңсә, мәктәп программаһына индерелгән “Рәсәй тарихы” дәреслегендә баш­ҡорт­тар тураһында бер ниндәй мәғ­лүмәт булмауында. Ә башҡорттарҙың һәр яуҙа Рәсәй өсөн йәнен-тәнен фиҙа ҡылыуы, аяуһыҙ алыштарҙа ҡаһар­ман­дарса һуғышыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Әле Мәскәүҙә дә­реслектең яңы вариантын баҫмаға әҙерләйҙәр, тиҙәр. Теләгем шул: китапта башҡорттар тураһында аҙ булһа ла мәғлүмәт урын алһын ине.
— Әйткәндәй, Әсләм ағай “Азия менән Европа араһында” исемле китабында әлеге мәсьәләгә ҡа­бат-ҡабат әйләнеп ҡайта. Шул уҡ “Өфө тарихы” дәреслеге тура­һында ла ағайыбыҙ күптән саң ҡаға. Бөгөнгө һөйләшеү алдынан Әсләм Ислам улы баш ҡаланың бер нисә мәктәбендә булды.
Әсләм Арыҫланов. “Өфө тарихы” исемле китап әҙерләүҙәре тураһында хәбәрҙар булғас та, авторҙар коллективына барып, топонимик атамаларҙа, атап әйткәндә, Өфө йылғаһының исе­мендә хата ебәрмәүҙәрен һораным. Әлбиттә, ул ваҡытта ниндәйерәк йү­нәлештә китап әҙерләүҙәрен белмәй инем. Теләгемде инҡар иттеләр — иҫкәртеүем юҡҡа булды. “Азия менән Европа араһында” исемле китабымда был турала яҙғанмын. Әйткәндәй, баҫма “Китап” магазинында һатыуҙа бар. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ҙур белешмә булыр ине ул. “Өфө тарихы”на килгәндә иһә, үрҙә телгә алыуымса, бында башҡорттарҙың тарихы, йәшәйеше бөтөнләй дөрөҫлөккә тап килмәй, уларҙы Уралда килмешәк халыҡ тип күрһәтергә тырышалар.
— Тимәк, иптәш Иванов бында ла өлгөргән булып сыға?
Әсләм Арыҫланов. Шулай.
Ғиниәт Ҡунафин. “Өфө тарихы” предмет булараҡ Өфө мәктәптәрендә уҡытыласаҡ, тиһегеҙ. Был кемдең ҡа­рары менән раҫланған?
Әсләм Арыҫланов. Дәреслектең тышлығында “Башҡортостандың Мә­ға­риф министрлығы тарафынан” тигән яҙыу бар...
Ғиниәт Ҡунафин. Китап экспертиза үткәнме, кем уны тикшергән? Мәсьәлә бит шунда!
— Бөгөн был дәреслекте мәк­тәп­тәрҙә ҡулланалармы?
Әсләм Арыҫланов. Баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге дүрт мәктәптә булдым, әлегә программаға индерел­мәне, тиҙәр.
Ғиниәт Ҡунафин. Әгәр үрҙә әйтел­гәндәр раҫ икән, китаптың тәрән ғилми йүнәлешле факттар менән нығы­тыл­ған рецензияһы булырға тейеш, ул рецензия яңғыҙ кеше исеменән яҙыл­маҫҡа ла мөмкин, бер нисә ғалим сығыш яһай ала. Авторҙар коллективының мәғариф министры исеменә мөрә­жәғәте ҡайҙа? Дәреслек мотлаҡ экспертиза үтергә тейеш ине. Раҫлаусы документтары бармы? Ошо мәсьә­ләләргә тиҙ арала асыҡлыҡ индереү шарт. Икенсенән, бөгөн беҙ башҡорт телен уҡытыуға сәғәт таба алмай йонсойбоҙ, ә был дәреслеккә ул ҡайҙан табыла?
— Тимәк, Фәндәр академияһы был китап буйынса Мәғариф министрлығына һорау ебәрә ала...
Ғиниәт Ҡунафин. Әлеге проблемалар халыҡ-ара татыулыҡта, дуҫ­лыҡта сағылыш табып ҡуймағайы, тим. Әлбиттә, Фәндәр академияһы үҙ сиратында һөйләшеүҙәр алып бара­саҡ. Тарихи ысынбарлыҡҡа бәйле симпозиум үткәрергә, ғилми юғары­лыҡта һөйләшеү алып барырға тигән ниәтебеҙ бар. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостан Республикаһы Президентына ла хат яҙғанбыҙ.
Әсләм Арыҫланов. Форсаттан файҙаланып, күрше төбәктәрҙә йә­шәү­се милләттәштәребеҙ тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ. Бөгөн Свердловск өлкәһендәге 18 баш­ҡорт ауылының береһендә лә балаларға туған теле уҡытылмай. Улар татар телен өйрәнә. Һөҙөмтәлә ауылдар ҙа, урындағы халыҡ та та­тарҙар тип иҫәпләнә. Ошондай уҡ хәл бер нисә йылдан Силәбе тарафтарына ла барып етәсәк, сөнки беҙҙең министрлыҡта ултырған ағайҙар һәм апайҙар “йоҡлай”. Шул уҡ ваҡытта Си­ләбеләге Татар конгресы етәксеһе Лена Колесникова “Силәбе һәм Ҡур­ған өлкәләрендәге татар ауылдары” тигән энциклопедия сығарырға әҙер­ләнә. Иманым камил, баҫмала йөҙ башҡорт ауылының 70-е та­тар­ҙыҡы тип күрһәтеләсәк. Ә бит беҙҙең мәш­һүр профессорыбыҙ Әнүәр ағай Әс­фәндиәров “Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге башҡорт ауылдары” тигән китабын һигеҙ йыл элек яҙып бөткәйне. Ләкин хеҙмәт әле булһа донъя күрмәгән. Лена Рафиҡ ҡыҙының ижад емеше баҫыла ҡалһа, Әнүәр ағайҙың китабының әһәмиәте ҡал­мая­саҡ. Иң аяныслыһы: үткән быуаттың 20-се йылдарында Татарстандың көн­сығышында 200 мең милләт­тә­шебеҙҙе юғалтҡан ише булмағайы. Шуға күңел тынғы тапмай, йәнем әрней.

Редакциянан. “Башҡортостан — дуҫлыҡ иле” тип ҡабатларға яра­табыҙ, әммә быны беҙ тормошта ла иҫбат итеп йәшәргә тейеш. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, бөгөн Баш­ҡорт­остан тарихы яҡлауға һәм ҡур­са­лауға мохтаж. Был йәһәттән республика етәкселеге, Фәндәр ака­демияһы һәм йәмәғәт ойошмалары мәсьәләне иғтибар үҙәгенә алһа ине. Бөгөнгө һөйләшеү нигеҙендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына, Фәндәр ака­демияһына хат менән сығыу, “Өфө тарихы” (“Уфаведение”) дәреслеге буйынса республиканың Мәғариф министрлығы менән бәйләнешкә инеү, “Башҡортостан тарихы” дә­рес­лектәрен әҙерләү эшен конкурс аша үткәреү ҡаралды. Әнүәр Әсфән­диәровтың милли мираҫын терге­ҙеү йәһәтенән дә эш йәнлән­дере­лергә тейеш, тине һөйләшеүҙә ҡат­наш­ҡан ил ағалары.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
яҙып алды.



Вернуться назад