Ағайым – маяғым05.12.2014
“Аҡҡан һыуҙай үтте лә китте был ғүмер” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. “Был ғүмер тупһанан түргә үткән ваҡыт араһы ғына”, – тигән шағир ҙа. Бына шулай ағайым Хәлил Барлыбаев та 70 йәшен билдәләй. Ә бит әле генә атай йортонда туғыҙыбыҙ бер урындыҡта теҙелешеп йоҡлай инек. Өлкәнерәктәр кеселәрҙе ҡарашып, атай-әсәйебеҙгә ярҙамлашып үҫтек.

…Беҙ бәләкәй саҡта Һаҡмар киң, тә­рән, кисеүҙәре аҙ ине. Ҡайһы бер сабын­лыҡтар йылғаның ике ярында булғанға күрә, унда кәмә менән йөҙөп сыҡҡаныбыҙ иҫтә. Бер нисә бала ултырғанбыҙ, ә йылға тәрән, шомло… Батып ҡуймаһаҡ ярар ине, тип ҡурҡам. Ләкин яныбыҙҙа көслө, хәстәрлекле ағайым Хәлил­дең булыуы мине шунда уҡ тынысландырҙы. Тимәк, өлкән туғаным үҙен яуаплы, ышаныслы тотҡан. Ә бит ул саҡта 12 йәштә генә булған.
Йәй асыҡ һарай башында йоҡлай тор­ғайныҡ. Төн ҡараңғы, төрлө тауыш ише­телә. Мин, биш йәшлек ҡыҙсыҡ, ағайыма һы­йы­ныңҡырап ятам – бер ниндәй бапаҡ та, шайтан да алып китә алмаясаҡ! Ҙур, батыр итеп күргән ағайым үҙе бала ғына булған бит.
Элек малайҙарҙы бәләкәйҙән ысын ир-егет итеп тәрбиәләгәндәр. Мәҫәлән, әсә­йем­дең һөйләүенсә, Темәс педагогия учи­лищеһында белем алған Зөбәйер аға­йымды каникулдан һуң уҡырға ете йәш­лек Хәлил ағайым ат егеп алып барған. Унан Темәстән 100 саҡрым са­ма­­һы алыҫ­лыҡта ятҡан ауылыбыҙға Һаҡ­мар буйлап яңғыҙы кире әйләнергә тейеш булған. “Ат аҡыллы ул, баланы үҙе алып ҡайтасаҡ”, – тип йыуатҡан атайым борсолған әсә­йемде.
Менәүәрә апай тағы ла бер ваҡиға ту­ра­һын­да һөйләгәйне. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа үҫкән малайҙар батыр совет һалдаттары, разведчиктары булып уйна­ған, таһыллыҡта, сос­лоҡта, зирәклектә, ныҡ­лыҡта көс һынаш­ҡан. Ете-һигеҙ йәш­лек Хәлил ағайым Менә­үәрә апайҙың туғыҙ-ун йәшлек улы Арсен менән түҙем­лелектә, сабырлыҡта ярышмаҡсы бул­ған. Усаҡ яҡҡандар ҙа көлдә кем оҙағыраҡ тора алыр, тип бәхәс ҡорғандар. Тыпырсынып булһа ла, тырышып, кесерәк Хәлил еңеп сыҡҡан.
Элек шыршыны клубта ғына ҡуя тор­ғайны­лар. Яңы йыл биҙәген тәүгеләрҙән булып өйгә ултыртыусы ла Хәлил ағайым булды. Шыршыны йылтыр уйынсыҡтар, ҡулдан эшләнгән сылбырҙар менән би­ҙәп, 18 йәшенә тиҫтер­ҙәрен ҡунаҡҡа са­ҡырҙы. Уларҙың йырлағаны, бейегәне, бигерәк тә моңло көйгә вальсҡа төшкәне, ағайымдың мандолинала өҙҙөрөп уйнауы күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡалды.
Зөбәйер ағайым армиянан ботинкалы конь­ки алып ҡайтһа, Хәлил ағайым техникумда уҡығанында Стәрлетамаҡтан саңғы һәм шахмат килтерҙе. Һөҙөмтәлә һәммәбеҙ ҙә спортҡа ылығып үҫтек. Мин дә барыһына ла өйрәнергә тырыштым. Ҡыш Кеүәшле йылғаһы ялтырап туңғас, ботинкалы конькиҙа “ҡарлу­ғас” эшләп, өйөрөлөп-сөйөрөлә торғайным. Саңғы кейеп, яҡындағы урмандарҙа йөрөнөм, тауҙан шыуҙым. Мандолинала уйнау серҙәрен дә үҙләштерҙем. Ҡыҫҡаһы, өлкән туғандарым үҙҙәре белгән шөғөлдәрҙе беҙгә лә өйрәтте.
Стәрлетамаҡ техникумын Хәлил ағай разрядлы саңғысы һәм шахматсы булып тамамланы. Тап шул саҡта күңелемдә “ауылдан булһаң да, тырышлыҡ, һөнәр белеү арҡаһын­да ниндәйҙер үрҙәр яулар­ға, уңыштарға өлгә­шергә мөмкин” тигән ышаныс яралды. Ағайым алып ҡайтҡан шахмат һәм шахматистар тура­һындағы китаптарҙы уҡып, уйынға ғашиҡ бу­лып, донъя кимәлендә үткән ярыштарҙы әле булһа ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам. Совет осо­рондағы шахмат мәктәбенең һүнеп ҡалғанына эсем боша.
Ун йәштә инем. Ағайым миңә муйыны һүтелгән свитерын бирҙе лә ебен күрһәт­мәй, йөйһөҙ итеп тегеп биреүемде һораны. Мин яңылышыраҡ башлағас, нисек тегер­гә кәрәк­леген үҙе өйрәтте. Ошолайтып аға­йым миңә һәр эште еренә еткереп башҡарыу мөһим­леген төшөндөргән.
Гел генә туғандарымдың яҡшы яҡтарын, күркәм сифаттарын үҙемдең күңелемдә тәрбиәләргә тырыштым. Тыуған көнөмә “Тор­моштағы маяҡтарым” тигән плакат эшлә­гәнем хәтеремдә. Унда ағайымдың тырыш­лығы, маҡсатына ынтылышлылығы, ярҙам­сыл­лығы, мәрхәмәтлелеге менән үрнәк булғанын билдәләгәйнем.
Туғаныма төрлө һорау менән йыш мөрәжәғәт итә инем. Хатты күп яҙыштыҡ. Унда төрлө темаға кәңәшләшә, тәьҫораттар, яңылыҡтар менән уртаҡлаша торғайныҡ. Барлыҡ хатты йыйып барһаң, һис шикһеҙ, тоҡҡа һыймаҫ ине.
Хәлил ағайым һәр барған еренән һәммәбеҙгә лә күстәнәс, бүләктәр алып ҡайта торғайны. Студент сағында Камчаткала эшләгәнендә тун тегеү өсөн тире һатып алып ҡайтып, апайымды сикһеҙ шатлыҡ­ҡа күмгәне хәтерҙә ҡалған. Аспирантурала уҡығанында практиканы Һиндос­тан­да үтте. Унан һәр һеңлеһенә биҙәүес, ағас­тан эшләнгән һинд сумкалары, ялты­ра­уыҡлы туҡымалар алып ҡайтты. Инс­титут­тың сығарылыш кисәһендә оҙон гипюр күлдәктә үҙемде һинд киноларын­дағы ҡыҙ кеүек хис иттем.
Ағайым хаҡында Юлыҡ, Беренсе Эт­ҡол халҡы ла матур хәтирәләр һаҡлай. Алсаҡ, эшлекле, ипле, аралашыусан егет булды, тип иҫкә алалар.
Хәлил ағайым башҡорт халыҡ йырҙа­рын оҫта башҡара торғайны.
Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренә
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы,
Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы,
– тип йырлап ебәрер ине ул бесән сап­ҡанда. IV класта Баймаҡта уҡығанда, Ирәндектә аҡ таштар күренәме икән, тип тау башына гел күҙ һала торғайным.
Был донъяға килеүем өсөн атай-әсә­йемә ҙур рәхмәтле булһам, тормошта юл табырға ярҙам иткән Хәлил ағайыма ла ихтирам-хөрмәтем сикһеҙ. Уның донъяла барлығына шатланам, әле булһа иғтиба­рын, йылыһын тоям. Һәр ваҡыт шылтыратып: “Хәлдәрең нисек, Хәмиҙә?” – тип һорауы күңелемә дәрт өҫтәй, артабан йәшәргә көс бирә. Көн дә доға уҡып, ағайыма һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Башҡортостанда Хәлил Барлыбаевты күптәр республиканың Милек фонды рәйесе, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Мәскәүҙәге Рәсәй Президенты ҡа­ра­мағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәү­ләт хеҙмәте академияһы профессоры, “Башҡортостан иҡтисады” дәреслегенең баш мөхәррире, бик күп фәнни китап, монография, брошюралар авторы тип белә. Шулай уҡ ул – иҡтисад фәндәре докторы, яңыраҡ философия буйынса докторлыҡ диссертацияһын да уңышлы яҡланы. Аға­йымдың яулаған үрҙәре, өлгәшкән уңыш­тары бәләкәйҙән ныҡышмал, тырыш, маҡсатына ынтылыусан, зирәк булыуына бәйле. Ун дүрт йәшенән ҙур донъяға сы­ғып китеп, үҙенә юл ярып, үҙен үҙе яһаған кеше ул. Етмеш йәше ҡотло, ғүмер юлы артабан да бәрәкәтле булһын ҡәҙерлемдең.




Вернуться назад