“Сит байҙар күп, ә үҙебеҙҙең милли буржуазия ҡайҙа?”05.12.2014
“Сит байҙар күп, ә үҙебеҙҙең милли буржуазия ҡайҙа?” Баҙар иҡтисадында ҙур урын биләргә тейеш булған эшҡыуарлыҡ кешенән ҙур тәүәккәллек талап итә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, яңы төҙөлгән бәләкәй предприятиеларҙан бер йылдан һуң — яҡынса яртыһы, өс йылдан – 7-8, ә биш йылдан 3 кенә проценты ҡала. Ә эшҡыуарҙарҙың дөйөм һаны бер кимәлдә һаҡланып килә. Шуға был өлкәлә күрһәтелгән дәүләт ярҙамының һөҙөмтәһен юҡ кимәлендә тип иҫәпләргә лә була. Аяғында ышаныслы баҫып торғандары ла етерлек. Шуларҙың береһе — Әбйәлил районында 1991 йылдан бирле эшләп килгән “Коммунальник” предприятиеһы. 24 йыл буйы уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе булған Дамир АЛЛАЯРОВ менән әңгәмәлә эшҡыуарлыҡ алдында торған проблемалар тураһында фекер алыштыҡ.

— Дамир Әнүәр улы! Һеҙ республикала беренсе­ләрҙән булып “беҙгә милли буржуазия кәрәк” тигән фекерҙе яҡлап сыҡтығыҙ. Был ҡараш хатта Рәсәй кимәле өсөн яңы. Беҙҙә элек буржуазия эксплуатациялаусы синыф булып һаналды бит. Быны нисек аңларға? Йыш ҡына “эшҡыуар” менән “алыпһатар” төшөнсәләрен уртаҡ тип һанайҙар. Был осраҡта айырма нимәлә?
— Марксизм-ленинизм тәғлимәттәре буйынса буржуазия хеҙмәт кешеһе өсөн үҙенә күрә паразит тип иҫәпләнде. Был ҡарашҡа тейешле нигеҙ ҙә булды. Әммә шул уҡ ва­ҡытта буржуазия вәкилдәре араһында үҙ халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртҡан шәхестәр барлығын оноторға ярамай. Шул уҡ Исмәғил Тасимовты, Рәмиев­тәрҙе генә алайыҡ. Бөгөн дә буржуаз синыф эсендә эшҡыуар менән алыпһатар араһындағы айырманы күрә белеү мөһим. Алыпһатар башлыса үҙ кеҫәһен генә ҡайғырта. Ялған тауар һатып, башҡарған эш өсөн аҡса түләмәй һ.б. Ундайҙарҙың бизнесының ғүмере лә оҙай­лы булмай. Бөгөн бер тармаҡта, иртәгә икенсеһендә предприятие төҙөп, тиҙ генә аҡса эшләп, тайырға әҙерҙәр. Шулар башлыса статистиканы боҙа ла инде. Эшҡыуарға кил­гәндә, ул әлеге көн менән генә сиклән­мәй. Бизнесы уңыш­лы булһын өсөн йүнсел көнө-төнө үҙенең ҡул аҫтын­дағыларҙы даими эш менән тәьмин итеү, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү, эштең сифатын яҡ­шыртыу, предприятиеның абруйын күтәреү тураһында уйларға тейеш. Был йәһәттән яҡташым Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғри юлдары бик урынлы:
Ишеткән бар:
“Үҙем өсөн,
Үҙем өсөн йәшәйем”, — тигәндәрҙе;
Күргәнем бар
Бөтә тапҡанын үҙе генә,
Тик үҙе ейгәндәрҙе…
Белгәнем юҡ:
Ундай бәндәгә,
Теҙ сүгеп,
Баш ороп эйгәндәрҙе.
Мин, мәҫәлән, һәр дүшәмбе эшселәрем менән 10 – 15 минутлыҡ әңгәмә, элек уны политинформация тип атай­ҙар ине, үткәреп алам. Донъялағы, республикалағы һәм райондағы яңылыҡтар тураһында һөйләшәбеҙ. Эш ха­ҡын үҙ ҡулым менән таратам: һәр кемдең күҙенә ҡарап, аңлатып бирәм: “Ҡустым, бына һин үткән айҙа тегеләйт­тең, былайттың, һиңә — ошо сумма”. Үҙем күҙә­теп ултырам, теге барыбер ҡәнәғәт булып сығып китә.
— Бөгөн ауыл ерендә квалификациялы кадрҙар етешмәй, эскелек, ялҡаулыҡ көслө тип иҫәпләнә. Бының сәбәптәре нимәлә? Һеҙҙең ҡул аҫтында 56 ке­ше эшләй. Улар Себер, Магнит тарафтарына китмәһен өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Бында иң мөһим фактор булып нимә тора?
— Яңыраҡ телевизорҙан “Сәләм” тапшырыуында эстрада йырсыһы Илһөйәр Бәҙретдинованың сығышын ҡарап ултырғайным. “Эшләге килмәгәнгә йырлап тик йөрөйбөҙ“ тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйғайны. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн Татарстанда яҡынса 600-ләп эстрада йырсыһы гастролдә йөрөй, беҙҙә лә шунан кәм түгелдер. Элек үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә генә ҡатнашҡан артистар, йырсылар “профессионал”ға әйләнде, ә бөгөн ауылда хатта мал көтөргә кеше табып булмай. Халыҡта “Икмәк булһа, йыр ҙа булыр” тиҙәр. Бөгөн, ни өсөндөр, кире­һен­сә, йырлап тик йөрөйбөҙ, ә эшләгән кеше етешмәй. Беҙ­ҙә яҡшы традиция бар – һәр йылды нимәгәлер ба­ғыш­лайбыҙ, мәҙәниәткә, экологияға, әҙәбиәткә, әммә тәү сиратта хеҙмәт кешеһенә, эшҡыуарға арналған йыл бул­дырыу кәрәк.
Баҙар реформалары беҙҙә ҡыл ҡыбырҙатырға ла теләмәгән яңы быуын тыуҙырҙы. Быға башлыса хосусилаштырыу сәбәпсе. Дәүләт тарафынан рөхсәт ителгән финанс пирамидалары ла үҙ йоғонтоһон яһаны. Тиҙ ара­ла тир ҙә түкмәй байыған олигархтарҙы күреп үҫкән йәш быуындың эшләгеһе килмәүенә аптырарға кәрәкмәйҙер. Һәр кем нисек тә булһа еңел байығыу юлын эҙләй, кредит һаҙлығына төшкәндәре лә бар. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында беҙҙең халыҡта “эшләмәһәң дә, еңел йә­шәп була” тигән фекер нығынды, “ана сит илгә сығып ки­тер­һең, алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнерһең” һ.б. Хә­те­реңдәлер, ул йылдарҙа эшләгәндәргә ваҡытында түләмәнеләр, был да кеше психологияһына насар йо­ғонто яһаны. Йәш быуын, сағыштырып ҡарай ҙа, күрә: беҙҙә коррупция арҡаһында чиновниктар бик яҡшы йә­шәй. Йәштәр хәҙер нисек тә булһа дәүләт хеҙмәтенә элә­гергә тырыша. Ҡайҙа ҡарама, чиновниктар культы бар­­лыҡҡа килде: йә тегендә, йә бында уларҙың яңы объект асып, таҫма киҫкәндәрен күрһәтәләр, ә был биналарҙы төҙө­гән­дәр иғтибарҙан ситтә ҡала. Чиновник үҙ аҡса­һына төҙөт­мәй бит, ә алғы планда ул тора. Был шарт­тарҙа йәш бы­уын­дың нимәне һайлауын күҙаллауы ауыр түгел. Мәктәп­тәр­ҙә лә уҡытыу элекке һымаҡ хеҙмәткә ихтирам нигеҙендә атҡарылмай, киреһенсә, уҡыусы ба­лаларҙы эшләтеү енә­йәткә тиң һанала башланы. Ә эш тапмағандар этлек уйлай.
1991 йылда предприятие ойошторғанда миңә үҙ эшен яҡшы белгән, тырыш кешеләр эләкте. Бына хәҙер уларға пенсияға сығырға ваҡыт. “Ҡайҙан яңы эшсе ҡулдар табырға?” тигән һорау мине лә борсой.
Элекке “Эшләмәгән ашамай” тигән принцип ҡырҡа үҙгәрҙе. “Эшләп кем байыған?” тигән фекер хәҙерге йәшәйештең төбөндә ята. Әрәмтамаҡтар идеологияһы барлыҡҡа килде. Юҡҡа ғына беҙгә туғандаш Белоруссия президенты Александр Лукашенко әрәмтамаҡтарға ҡаршы закон әҙерләргә ҡушмаған. Эшһеҙлек арҡаһында һалым, тейешле фондтарға страховка иғәнәһе түлән­мәй, шуға эшһеҙҙәрҙе социаль хеҙмәттәр менән тәьмин итеү башҡаларҙың елкәһенә төшә.
Шул уҡ ваҡытта эш хаҡының түбәнлеге ялҡаулыҡҡа сәбәп булып тора. 10-12 мең һумға ялланыуҙың мә­ғәнәһе юҡ, был аҡсаға бер кемдең дә эшләгеһе килмә­йәсәк. Ғаиләһен ҡарар өсөн ир кеше Әбйәлилдә бөгөн кәм тигәндә 20-25 мең һум алырға тейеш. Хеҙмәт хаҡы ошонан кәм булғанда унан сифатлы эш талап итеү ғәҙел дә түгел. Мин кәм тигәндә ошо күләмдә түләргә тырышам. Был егеттәрҙә ышаныс тыуҙыра, мин иһә тейешле тәртипкә иҫәп тота алам. Бөгөн иң ныҡ борсоғаны — ошо мәсьәлә: «Нисек итеп эш табырға?” Эшҡы­уар­лыҡта бер минутҡа ла туҡтарға ярамай. Йүнсел кеше бер көн менән генә йәшәргә тейеш түгел.
Әйткәндәй, беҙ райондың иң эре һалым түләүселә­ренең беренсе тиҫтәһенә инәбеҙ. Девизым — “Алға! Алға! Алға!”
— Халыҡта эшһөйәрлек уятыу өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?
— Бөгөн ауыл бөтөп бара. Бында кешегә эш юҡ тигәндәй. Элек ағас менән кәсеп иткәндәр бар ине, хәҙер был мөмкинлек юҡ хәлендә, сөнки урман беҙҙеке түгел. Төҙөлгән пилорамалар буш тора. Шул уҡ хәл малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәргә лә ҡағыла. Махсуслашты­рыл­ған урындарҙа һуйылған малдың ғына итен һатып була тигән шарт тармаҡты бөтөрәсәк. Төпкөлдә урын­лашҡан ауылдан Асҡарға малды алып килеү өсөн техника табырға, ялларға кәрәк бит.
Тиҙҙән ялған белешмәләр һата башлаясаҡтары көн кеүек асыҡ. Элекке әҙерләү контораларын тергеҙеү урынына... Хәҙер ситтән килгән “ҡара” халыҡ ауылдар буйлап йөрөп, кеше малын ярты хаҡҡа һатып алып китә.
Күлдәрҙә балыҡ тотоп булмай – түләргә кәрәк. Оҙаҡ­ламай барыһы ла бөтә аҙыҡ-түлекте магазиндан ғына һатып ала башлаясаҡ. Дәүләт сәйәсәте шуға йүнәл­тел­гән. Тимәк, һинең йәшәү сығанағың булып тик эш хаҡы, пенсия ғына ҡалырға тейеш. Был хәл, өҫтәгеләр уйлауынса, беҙҙең халыҡты яҡшы, сифатлы һәм һөҙөмтәле эшләргә мәжбүр итергә тейеш. Белмәйем, бының өсөн нисә йыл кәрәк булыр…
— Дәүләт тарафынан эшҡыуарлыҡҡа булған ҡа­раш үҙгәреп тора, һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, кире яҡҡа. Былтыр социаль түләүҙәрҙе арт­тырыу арҡаһында Рәсәйҙә уртаса 400 мең шәхси эшҡыуар үҙ бизнесын ябырға мәжбүр булды. Бына йыл башы­нан бәләкәй эшҡыуарлыҡтың 22 тарма­ғында яңы һалымдар билдәләү ҡарала. Бында урындағы влас­ҡа ҙур вәкәләттәр бирелә – улар Федераль үҙәк рөхсәт иткән һалымдарҙы 10 тапҡырға тиклем арттыра аласаҡ. Сара эшҡыуарлыҡтың үҫешенә нисек йоғонто яһар?
— Быны матур итеп “һалым маневры” тип атаған бул­ды­лар. Көрсөк ваҡытында ундай көсөргәнеште кәметеү урынына, киреһенсә, арттырыу, көн дә йомортҡа һалып торған тауыҡты һуйыуҙы аңлатмаһа ла, унан дөйәғош йо­мортҡаһын талап итеүгә тиң һәм, минең фекеремсә, дөрөҫтән түгелдер. Бына беҙҙең Әбйәлилдә былтыр ғына 200 предприятие ябылған. Тимәк, байтаҡ кеше эшһеҙ ҡалған.
Беҙҙә милли буржуазия, йәғни үҙебеҙҙең байҙар булмау сәбәпле яңы проблемалар тыуыуы мөмкин. Әбйә­лилдәге ял йорттарын хосусилаштырыу ихтимал, тигән имеш-мимеш йөрөй. “Уларҙы кем һатып аласаҡ?” тигән һорау борсой. Йә Магнитогорск байҙары, йә шул уҡ Кавказ вәкилдәре хужа буласаҡ. Әле эшләгән урындағы халыҡ урынына ятаҡтарға мигранттарҙы алып килтереп тултырасаҡтар. Ә беҙҙекеләр үҙ ерендә эшһеҙ ҡаласаҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ әңгәмәләште.



Вернуться назад