Миңә рәсми рәүештә 3 миллион һумлыҡ фатир бүләк иттеләр. Уның өсөн һалым түләү кәрәкме?
Б. БӘХТИЙӘРОВ.
Бөрө ҡалаһы.
Барыһы ла был күсемһеҙ милекте кемдең биреүенә бәйле. Єгәр бүләк итеүсе менән һеҙ бер ғаилә ағзалары йәки яҡын туғандар булһағыҙ, был килем өсөн һалым түләргә кәрәкмәй. Рәсәйҙең Ѓаилә кодексының 2-се статьяһына ярашлы, атай-әсәй, ир менән ҡатын, балалар ғаилә ағзалары тип һаналһа, өләсәй, олатай, ейән-ейәнсәрҙәр, апайҙар һәм ағайҙар – яҡын туғандар (Рәсәй Ѓаилә кодексының 14-се статьяһы). Єммә фатирға һалым түләмәү өсөн инспекцияға туғанлығығыҙҙы раҫлаусы дә-лил килтерергә кәрәк. Юғиһә әлеге күсемһеҙ милек килем булып һаналасаҡ һәм уның хаҡының 13 процентын дәүләт иҫәбенә күсерергә тура киләсәк.
Ћәр нәмәнең
үҙ ваҡытыЕрем бар ине. Бер йыл элек ҡуртым договорын оҙайтманылар һәм уны тартып алдылар. Исмаһам, шунда әкренләп йорт төҙөтөрмөн тип уйлағайным. Хәҙер туғандарымда йәшәп торорға мәжбүрмен.
Миңлегөл.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Договорҙа күрһәтелгән осор эсендә шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бирелгән ер участкаһын тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмаһағыҙ, уның тартып алыныуы мөмкин. Єммә биләмәне үҙләштереү, бәлә-ҡаза һәм төҙөлөш эштәрен тотҡарлаған башҡа сәбәптәр өсөн сарыф ителгән ваҡыт та иҫәпкә алынырға тейеш. Торлаҡ төҙөү өсөн рөхсәт ҡағыҙын алып, бәләкәй генә һарай ултыртһағыҙ, урындағы хакимиәткә ерҙе файҙаланмауығыҙҙы иҫбатлауы ауыр булыр ине. Шуға бындай дәғүәләр судҡа бик һирәк бирелә. Є бына хәҙер административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары йәки штраф түләттереүҙәре лә ихтимал (Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 284-се статьяһы).
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.