Һаулыҡҡа битараф булмағыҙ02.02.2012
4 февралдә – Бөтөн донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнөндә – Республика клиник онкология диспансерында Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә.
Иртәнге сәғәт 9-ҙан 14 сәғәткәсә диспансерҙың иң яҡшы белгестәре бушлай ҡабул итеү ойошторосаҡ, теләгәндәргә онкомаммология, дерматоонкология, дөйөм онкология, онкогинекология буйынса консультация биреләсәк.
Яман шеш ауырыуы донъяла һәм Рәсәйҙә үлемгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе булып ҡала. Йыл һайын Башҡортостанда ғына 11 меңгә яҡын кешелә тәүге тапҡыр яман шеш билдәләре табыла. Тәүге урында – күкрәк биҙе яман шеше (12,2 процент), икенселә үпкәнең яман шеше (12 процент) тора.


Вернуться назад