Ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Билдәһеҙ һалдат көнө үтте.
Датаның 3 декабргә тура килеүе осраҡлы түгел. Бынан 48 йыл элек Кремлдең Александр баҡсаһында фашист ғәскәрҙәре менән ҡаты алыштар барған Ленинград шоссеһынан килтерелгән билдәһеҙ һалдаттың ҡалдыҡтары тантаналы шарттарҙа ерләнгән. Ул саҡта Совет халҡы Гитлер ғәскәрен Мәскәү өсөн алыштарҙа тар-мар итеүҙең 25 йыллығын билдәләгән булған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан илебеҙҙең хәрби данына бәйле даталар исемлеге хаҡлы рәүештә яңыһы менән тулыланды.
Был көндө Өфөлә лә төрлө саралар ойошторолдо. Еңеү паркында, мәҫәлән, һуғыш һәм тыл ветерандары, эҙәрмәндәр отряды ағзалары ҡатнашлығында митинг үтте. Республика Хәрби Дан музейында ҡыҙылармеец Минғәже Ҡасимовтың шәхси әйберҙәре туғандарына тапшырылды. Ошонда уҡ республиканың иң яҡшы эҙәрмәндәре билдәләнде. Билдәһеҙ һалдат көнөнә арнап мәктәптәрҙә — дәрестәр, китапханаларҙа тематик күргәҙмәләр ойошторолдо.