Республикалағы һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн эшләп килгән дүрт реабилитация үҙәгенең береһе Нефтекамала урынлашҡан. 2003 йылда ойошторолған был учреждениеның 17 район һәм дүрт ҡаланы хеҙмәтләндергән дүрт филиалы һәм өс бүлексәһе бар, уларҙа 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан үҙәктең көндәлек эш-хәстәрҙәре тураһында уның директоры Зилә ГӘРӘЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Үҙегеҙҙең учреждение менән таныштырып китһәгеҙ ине, Зилә Мөхәмәтнур ҡыҙы...
— Үҙәк эшмәкәрлегенең төп маҡсаты, ябай ғына әйткәндә – яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡәҙимге тормоштан һәм әүәлге көнитмештән мәхрүм кешеләрҙең беҙ күнеккән мөхиткә тулыһынса йә өлөшләтә яраҡлашыуына булышлыҡ итеү. Был мөһим эштең йүнәлештәре, тәғәйен саралары күп төрлө. Беҙгә килгән һәр баланың социаль статусын тергеҙеү менән бер рәттән, уның тирә-яҡтағы шарттарға ҡулайлашыу мөмкинлектәрен арттырырға ынтылабыҙ. Һаулыҡ торошо арҡаһында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр йәмәғәт тормошонан һис тә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Уларҙың һәр береһенең ниндәйҙер бәләкәй генә булһа ла уңышҡа өлгәшеүе – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Икенсе яҡтан, былай ҙа ҡыйынлыҡ кисергән ата-әсәләрҙең хәленә инеүҙе, уларҙың ихтыяждарын өйрәнеп, әсе яҙмышлы балаларын тейешенсә тәрбиәләүгә ярҙамлашыуҙы ла күҙ уңында даими тотабыҙ.
— Был мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?
— Тәү сиратта, ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән инвалид балалар һәм үҫмерҙәр тураһында тулы мәғлүмәткә эйә булырға тейешбеҙ. Тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгәнлектән, был йәһәттән ниндәйҙер ҡыйынлыҡ тоймайбыҙ. Күп сараларҙы халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа учреждениелар менән тығыҙ бәйләнештә ойошторабыҙ. Шулай ҙа реабилитация эшен тулы күләмдә атҡарыу, ауыр яҙмышлы балаларға һәм үҫмерҙәргә психологик ярҙам күрһәтеү, уларға һөнәри йүнәлеш биреү тулыһынса беҙгә йөкмәтелгән.
— Улар нимәнән ғибәрәт һуң?
— Беҙҙең үҙәктә, шулай уҡ уның барлыҡ филиал һәм бүлексәләрендә реабилитация сараларын тормошҡа ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырылған. Бағыусыларҙың даими ярҙамы арҡаһында кәрәкле ҡорамалдарға, тренажерҙарға мохтажлыҡ кисермәйбеҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр, медицина күрһәткестәренә ярашлы, физиотерапия дауалауы ала, уларға массаж яһайбыҙ, һауыҡтырыу һәм тирә-йүнгә ҡулайлашыуға булышлыҡ иткән төрлө физик күнегеүҙәр үткәрәбеҙ. Инвалидтарҙы стационар һәм амбулатор хеҙмәтләндереү ойошторолған, бының өсөн үҙәк буйынса бөтәһе 70 урын булдырылһа, шуларҙың 15-е — Нефтекамала. 2013 йылда 2150 бала реабилитация саралары үтһә, быйылғы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса уларҙың һаны мең ярымға яҡынлашты.
Медицина ярҙамы менән бер рәттән инвалид балаларҙың һәләттәрен үҫтереү буйынса ла маҡсатҡа ярашлы эш алып барабыҙ. Әйтергә кәрәк, улар араһында төрлө шөғөлгә әүәҫтәр бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре яңғыҙ әсә тәрбиәһенә генә ҡалғанлыҡтан, был йүнәлештә артабан үҫештән мәхрүмдәр. Шуға ла үҙәктә балаларҙың ижади һәләттәрен арттырыу өсөн оҫтаханалар, төрлө түңәрәктәр ойошторолған. Уларҙа беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ҡул эштәренә, һүрәт төшөрөргә өйрәнә, театр студияһында үҙҙәрен һынап ҡарай. Быларҙан тыш, беҙҙә төрлө байрам һәм даталарға арнап бай йөкмәткеле саралар ойошторола, уларҙа балалары менән бергә ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ бергәләп концерттарға, төрлө осрашыуҙарға, спорт сараларына барабыҙ. Үҙ сиратында, китапхана, музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, балалар ижадын үҫтереү үҙәктәре, ҡайһы бер башҡа учреждение һәм ойошма вәкилдәре, мәҫәлән, спортсылар, үҙҙәре беҙгә килә. Форсаттан файҙаланып, үҙенсәлекле яҙмышлы балаларҙы төрлө сараларға саҡырыуҙа, уларҙы беҙҙә ойоштороуҙа шәфҡәтлелек, үҙәккә даими рәүештә һиҙелерлек хәйриә ярҙамы күрһәткәндәрҙең барыһына ла гәзит аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Ул ғына түгел, үҙәк белгестәре тырышлығы менән беҙгә йөрөгән балалар район һәм ҡалаларҙа, шулай уҡ республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурс һәм бәйгеләрҙә, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Был бигерәк тә социаль реабилитация йәһәтенән бик мөһим: үҙҙәренең йәмғиәт өсөн кәрәклеген күреү балаларҙа ғорурлыҡ тойғоһо уята, уларҙың ата-әсәһе лә үҙ яҙмышына икенсерәк күҙлектән ҡарай башлай. Быларға тағы ла беҙҙең белгестәр үткәргән оҫталыҡ һәм психологик бушаныу дәрестәрен, махсус тренингтарҙы ла өҫтәһәң, яҙмыш тарафынан рәнйетелгәндәрҙең үҙ тормошона ҡарашы яҡшы яҡҡа ғына үҙгәреүен самаларға була.
— Был эштәрҙе кемдәр ойоштора?
— Балалар менән эшләү еңелдән түгел, үҙәктең барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре һәм педагогтары маҡтауға ғына лайыҡ. Улар – үҙ һөнәренең ысын оҫталары, йөрәктәре балаларға сикһеҙ һөйөү һәм ихтирам менән тулы. Төрлө кимәлдәге етәкселектең тиҫтәләгән маҡтау ҡағыҙына, дипломға лайыҡ булыуыбыҙ – тырыш һәм татыу коллективыбыҙҙың дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе. Нефтекамалағы үҙәкте алғанда, тәү сиратта юғары категориялы уҡытыусы-логопед Эльмира Хәсәнованы, физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Инна Шмакованы, хеҙмәткә өйрәтеү буйынса инструктор Гөлсирен Вәлиәхмәтованы айырым билдәләр инем. Етәксе булараҡ, коллективты дөйөм маҡсатҡа туплауҙа урынбаҫарым Альбина Мөнированың даими һәм эшлекле ярҙамын тоям.
— Һәр хеҙмәт коллективының уңыштары күп дәрәжәлә етәксегә бәйләнгән. Оҙаҡ йылдар был өлкәлә эшләп, ҙур тәжрибә туплаған белгес булараҡ, үҙегеҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙсе, Зилә Мөхәмәтнур ҡыҙы.
— Сығышым менән Яңауыл районының Бәҙрәш ауылынанмын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Ҡарман” ГРЭС-ын төҙөү сәбәпле, ауылыбыҙ күсерелде. Йәшлек йылдарымда Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең комсомол ойошмаһында ярайһы ғына тәжрибә тупланым, һуңынан партия һәм совет органдарында, төрлө учреждениеларҙа эшләнем. Дан-шөһрәт артынан ҡыуманым. Хеҙмәттәштәрем мине аңлай, һәр башланғыста уларға таянам. Киләсәктә лә шулай булыр, тип уйлайым. Башҡарған изге эштәребеҙҙе уңышлы дауам итергә яҙһын.
Ансар НУРЕТДИНОВ
әңгәмәләште.