Илде лә күреп, телде лә өйрәнеп...03.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән ЮНЕСКО-ның Генераль директоры Ирина Бокова былтыр 1 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы менән ЮНЕСКО араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Ошо документҡа, республиканың ЮНЕСКО эштәре комитетының 2014 йылға халыҡ-ара саралар планына, шулай уҡ Рәсәйҙәге һәм Бөйөк Британиялағы Мәҙәниәт йылына ярашлы, күптән түгел Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре комитеты делегацияһы Лондон ҡалаһында булды.
Делегацияға Өфө, Салауат, Ишембай ҡалаларындағы, Ҡыр­мыҫҡалы, Көйөргә­ҙе, Салауат һәм Йылайыр ра­йон­да­рындағы мәға­риф учреж­д­ение­лары етәк­селәре, уҡы­тыусылары һәм уҡыу­сылары инде. Сәфәр прог­рам­ма­һына ярашлы, халыҡ-ара тел мәктә­бендә инглиз телен өйрәнеү һәм ка­мил­лаштырыу курсы ойошторолдо. Дәрестәрҙең беренсе көнөндә инглиз телен белеү кимә­лен билдәләү өсөн тест үткә­релде. Уның һөҙөмтәһенә яраш­­лы ҡатнашыу­сы­лар­ҙың ба­ры­һы ла төркөмдәргә бү­лен­де. Һуңғы көндә мәктәп директоры Стивен Манн әфән­де уҡы­тыусылар менән бер­лектә делегация ағзаларына белем кимәлен сағыл­дырған сертификат тап­шырҙы. Мәктәптә шулай уҡ Рә­сәй, Франция, Швейцария, Италия, Испания, Мекси­ка, Ҡы­тай, Япония, Корея һәм башҡа ил вәкилдәре өсөн дә дәрестәр уҙға­рыла ине. Был хәл йәштәрҙең дуҫтарса аралашыуына, танышыуына, ха­лыҡ дипломатияһы кимәлендә яңы бәйлә­нештәр булдырыуға булышлыҡ итте. Инглиз телен өйрәнеү барышында уҡытыуҙың заманса технологиялары ҡулланылды. Тел­мәрҙе үҫтереү, уҡыу, яҙыу буйынса ком­плекслы һәм системалы эш баш­ҡарылды.
Сәфәрҙә делегация ағзалары Бөйөк Британияның тарихы һәм мәҙәниәте, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объект­тары, бик күп ҡыҙыҡлы мәҙәниәт ҡомартҡы­лары менән танышты, шулай уҡ Англияның Бат һәм Кардифф ҡалала­рында булды. Рәсәй дипломаттары һәм “Россотрудничество” вәкилдәре менән ос­ра­шыуҙа Мәҙәниәт йылына арналған проекттар һәм программалар, илдәребеҙ араһындағы төрлө өлкәләр­ҙәге хеҙмәт­тәшлек мәсьәләләре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яңғыраны.

ЮНЕСКО эштәре комитетының
матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад