Заман талаптарына яуап бирә03.12.2014
Заман талаптарына яуап бирә Райондың үҙәк дауаханаһына килеп кереү менән таҙалыҡ, төҙөклөк, тәртип, заманса йыһаздар күҙгә салына. Күп район һәм ҡала ойошмалары көнләшерлек. Бындағы бөхтәлеккә һоҡланып ҡайттыҡ. Барыһы ла – йылдар дауамындағы берҙәм коллективтың, беренсе сиратта, уның етәксеһе баш табип Азат Әхмәт улы Байгилдиндың тырышлығы.
Төрлө йүнәлешле — терапия, неврология, гинекология, хирургия, педиатрия, бала табыу, анестезия-реанимация бүлексәләре, консультация-диагностика үҙәге уңышлы эшләй, заман талаптарына тулы­һын­са яуап бирә.
Ейәнсура районында медицина ярҙамына мохтаж булғандарҙы ҡабул итерлек йәмғеһе алты дауалау пункты бар: Иҫәнғолдағы үҙәк, ике ауыл участка дауаханалары, өс ауыл амбулаторияһы. Район үҙә­гендәгеһе тәүлегенә 500-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Бюджет өлкәһендә һәм һаулыҡ өсөн хәүеф­ле шарттарҙа эшләүселәргә йыл һайын өҫтәмә диспансерлаштырыу мөмкинлеге тыуған.
Коллектив тәжрибәле табиптар­ҙан һәм урта медицина хеҙмәткәрҙә­ренән – 447 белгестән – тора. Шу­ны­һы ҡыуаныслы: быйыл ғына өс йәш табип эшкә килгән. Бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған, ҡырҡ йыл­дан ашыу акушер-гинеколог булып эшләгән Ғәфүр Дәүләткирәй улы Мәһәҙиев тә әңгәмәлә был турала телгә алды:
– Әлеге көндә беҙҙең бүлектә дүрт табип эшләй. Үҙемдең тәж­ри­бәне йәштәр менән уртаҡлашам, уларҙан да күп нәмәгә өйрәнәм. Дүрт йыл элек беҙгә йәш белгес Гөлфирә Исмәғилева килде. Ул ты­рыш, булдыҡлы. Бергәләп әсәләргә һау-сәләмәт бала табырға ярҙам­лаша­быҙ. Йәнә Ишемғол, Абҙан, Үтәғол, Байыш ауылдарында ла тәжрибәле фельдшерҙар эшләй. Тыуымға килгәндә, Иҫәнғол, Иҙәш, Иҙелбәк ауылдарында ул юғары.
“Һаулыҡ һаҡлау” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, район­дың дауалау учреждение­ларының матди-техник базаһы шаҡтай яҡшыр­тылған. Дауалау-диагностика ҡорамалдары, лаборатория комплексы, ультратауыш менән тик­шереү, рентген аппараттары, гис­­тероскоп алынған. “Ашығыс яр­ҙам” автопаркы яңы санитар автомашиналары менән тулылан­дырыл­- ған. Дауахана мәғлү­мәт­тәренә ҡара­ғанда, туғыҙ айҙа районда 292 бала тыуған, 273 кеше үлгән.


Вернуться назад