“Маяҡ” — тимәк, өлгөлө03.12.2014
“Маяҡ” —  тимәк, өлгөлө Был предприятие һарыҡсылыҡ тармағында махсуслашҡан. Уның етәксеһе, ошо райондың Мәжит ауылы егете Дәмин Юланов менән һөйләшәбеҙ.

– Өс бригадаға тупланған 40-лап кеше эшләй предприятиела, — ти Дәмин Марат улы. – Шулай уҡ “Маяҡ” тип исемләнгән элекке йәмғиәт нигеҙендә Башҡортостандағы тәүге ҙур һарыҡсылыҡ фермаһы ойошторолдо. Уны асыу тәҡдимен Ейәнсура районы хакимиәте етәкселеге әйткәйне. Волгоград өлкәһе Паллас районының “Ромашковский” предприятиеһынан һатып алып ҡайтҡан тоҡомло һарыҡтарҙы үрсетәбеҙ. Бынан тыш, 240 баш һыйыр малы бар. Яҡын киләсәктә мал һуйыу цехы ла асмаҡсыбыҙ.
Техник яҡтан предприятие заманса йыһазландырылған. Бында, нигеҙҙә, Хоҙайбәндә, Күгәрсен, Самаҙы ауылдары халҡы эшләй.


Вернуться назад