Донъя көтә белә үҫәргәндәр, баҙар талабынса үҙгәргәндәр03.12.2014
Тергеҙелә төп тармаҡ
Баҙар иҡтисады тигәндәй, Ейәнсура районын башҡа төбәктәрҙән айырып торған йүнәлеш – һарыҡсылыҡ. Районда климатик һәм географик шарттарға ҡарап та, көтөүлек майҙанының ҙурлығы буйынса ла, хужалыҡ итеү тәжрибәһе яғынан да был тармаҡты үҫтереү ҡулай. Заманында бында 110 мең баштан ашыу һарыҡ аҫранылар. Бер данлыҡлы “Ейәнсура” совхозында ғына ла 34 меңләп мал бар ине.
– Тармаҡтың юҡҡа сығыу сигенә етеү сәбәптәрен иҡтисадта күрәм: һарыҡ итенә лә, йөнгә лә ихтыяж ныҡ кәмене, – ти район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов. – Хәҙер ошо өлкәне тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ, сөнки баҙар талабы арта башланы, шул иҫәптән сит илдәргә лә сығыу мөмкинлеге бар. Был тармаҡты үҫтереү теләген республика Президенты Рөстәм Хәмитов та хупланы.
Башҡортостандың Төбәк тикшеренеүҙәре институты ярҙамында “Ейәнсура районында һарыҡсылыҡты үҫтереү концепцияһы” эшләнгән. Ул ҡалын бер китап рәүешендә, йәғни барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт тупланған, иҫәп-хисап яһалған. Уның нигеҙендә бизнес-план да төҙөлгән. Күптән түгел Ставрополдә үткән Рәсәй һарыҡсылары конференцияһында ҡатнашыу ҙа район белгестәрен ошо эшкә дәртләндергән. Былтыр районға 12 миллион һумлыҡ беренсе транш күсерелгән, был аҡсаға 1 800 баш һарыҡ һатып алынған, уларҙың байтағы бәрәсләгән дә инде. Алған саҡта тоҡомдо оҙаҡ ҡына һайлағандар, ахырҙа Волгоград өлкәһендәге тоҡомсолоҡ хужалығы менән килешкәндәр.
Бүтән йүнәлештәге фермер хужалыҡтарына ла ярҙам тос Ейәнсурала. Улар мәнфәғәтендә булған һәр программаға ҡушылып китергә, үҙ йүнселдәрен яҡларға ынтылалар төбәктә, сөнки ҡоролоҡ булған йылдар хужалыҡтарға үҫергә бик ирек бирмәгән. Төп маҡсат – фермерҙарға һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға продукцияны һатырға ярҙам итеү. Тауар һатыла икән, тимәк, халыҡ та хәлләнә, район ҡаҙнаһына ла бынан файҙа ғына.
Аҡтан да аҡса килә
– Магнитогорск һөт комбинаты менән берлектә ауылдарҙа һөт йыйыуҙы әүҙемләштерҙек, – ти район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе Аҙнабай Бәҙәмшин. – Ни өсөн ошо йыраҡтағы предприятие менән эшләйбеҙме? Баҙар иҡтисады үҙ-ара ышаныстың ныҡлы булыуын да талап итә. Ә ул һәр саҡта ла һынауҙы уңышлы үтә алмай. Башҡа һөт комбинаттары менән эшләп ҡараныҡ. Ләкин йәйге мул һөт осоро етә башлағас та, ҡабул итеү хаҡын кәметәләр. Ә бит хаҡ алдан килешелгән – килограмы 8 һум! Ләкин бер тапҡыр 50 тингә төшөрәләр, тора биргәс – тағы 50 тингә, “объектив” сәбәптәр табыла килә. Был хәлдән иҡтисади файҙа кәмеп кенә ҡалмай, уның халыҡты ошо эштән биҙҙереүе, ауылда ла аҡса эшләп була икәненә ышанысты юғалтыуы ихтимал бит! Ә ышанысты юҡҡа сығарыуы ғына еңел, ҡабат тергеҙеп ҡара...
Йыл башынан алып районда шәхси хужалыҡтарҙан 816 мең тонна һөт йыйып алынған. Икенсе төрлө әйткәндә, быйыл ғына ла халыҡҡа һөт тапшырыуҙан килгән биш миллион һум аҡса түләнгән. Был эште башлар алдынан ауыл хакимиәттәрен зоналарға бүлеп, ҡайҙа нисә һөт ташыусы машина бар, ҡайҙа һөт һыуытҡыстар ҡуйырға була – алдан иҫәпләп сыҡҡандар. Яңы һөт ташыу машиналары ла алынған, уларын алыҫ ауылдарға беркеткәндәр, сөнки төпкөлдән ташыу ауырға тура килә. Планда тағы бер һөт ташыу машинаһы һәм бер һөт һыуытҡыс алыу ҡаралған.
Күҙ ҡурҡа,
ҡул эшләй, тиҙәр...
Теплица хужалыҡтарын үҫтереү буйынса ла эш әүҙемләшкән. Район белгестәре ошо йүнәлештә алға киткән Туймазы районына барып ҡайтҡан, ундағы тәжрибәне үҙҙәрендә ҡулланыу буйынса эш төркөмө төҙөлгән. Бер нисә теплица хужалығы ҡыяр үҫтереп һата башлаған да инде. Күләме әлегә бик ҙур түгел, әммә эштең урынынан ҡуҙғалыуы шарт. Һәм, әлеге лә баяғы, был тармаҡты Ейәнсура яҡтарында уңышлы үҫтереп була икәненә ышаныс тыуһын, ул нығый барһын.
Ауылдар янындағы һыу ятҡылыҡтарын ҡоротмау, төҙөкләндереп тороу хәстәрлеге лә күрелә, сөнки мал аҫрау, айырыуса һарыҡсылыҡты алға ебәреү өсөн һыулау урындарының күп булыуы мөһим.
Ейәнсура яғы умартасылыҡ буйынса ла дан тота. Күстәр һаны йылдан-йыл арта. Йөҙәр баш тотҡан уңғандар ҙа бар хәҙер төбәктә. Үҙҙәренең ассоциацияһын ойошторғандар. Бөгөнгә районда бал запасы күп. Ошо ризыҡты һауыттарға тултырыу эшен дә үҙләштереп, бал һатыуҙы еңеләйтеүҙе һәм тиҙләтеүҙе ассоциация ярҙамында башҡарып сығырға ниәтләйҙәр.
Ҡабат тергеҙелгән һәм үҫеш ала башлаған эшҡыуарлыҡ йүнәлештәре араһында быйма баҫыу кәсебе лә бар. Быймасылар хәҙер һәр ауылда тиерлек. Сәғиттә, мәҫәлән, улар хатта бер нисәү. Башҡа боронғо һөнәрҙәр ҙә юғалмай. Миҫалға данлыҡлы Ейәнсура шәлдәрен килтерергә була.
Үҙ эшен асыусыларға Эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы нигеҙендә аҡсалата ярҙам да күрһәтелә. Был йәһәттән яҙылған ғаризаларҙы йылына ике тапҡыр ҡарайҙар.
Беҙҙең иткә кем хужа?
Барыһы ла ал да гөл түгел, әлбиттә. Бөгөн иң ауыр проблемаларҙың береһе – ит һатыу. Законға ярашлы, 1 ғинуарҙан алып һатырға тәғәйенләнгән малды ихаталарҙа түгел, ә махсус цехтарҙа ғына һуйырға рөхсәт ителә. Быныһы бер проблема булһа, икенсеһе – һуйылған итте һатыуҙың ҡыйынлығы. Ауыл халҡы һимерткән малын алыпһатарҙарға килограмын тереләй ауырлыҡта 60-65-әр һумдан ғына биреп ебәрергә мәжбүр. Ә бит Өфөләге йә башҡа урындағы баҙарға инеп ҡарағыҙ: иттең хаҡы 200 һумдан да түбән түгел. Шулай булғас, ауыл кешеһенең ни саҡлы отолоуы аңлашылып тора.
Мәсьәләне хәл итеү юлын махсус муниципаль предприятие ойоштороуҙа күрә ейәнсуралар. Ул ошондай принцип менән эшләй: предприятие вәкиле кемдең мал һуйырға әҙерләнгәнен белешә һәм улар менән бәйләнештә тора. Заказ булһа (әйтәйек, кемдер туй үткәрә һәм уға 30 килограмлап ит кәрәк), мал хужаһына шунда уҡ хәбәр итеп, унан алынған тауарҙы һатып алыусыға биреп тә ебәрә. Әгәр ҙә итте хужаһы, мәҫәлән, килограмын 180-шәр һумдан тапшырырға риза икән, был ике яҡ өсөн дә отошло: һатып алыусы байтаҡ аҡсаһын янда ҡалдыра, ә крәҫтиән малын тиҙ генә аҡсаға әйләндерә ала, сөнки, транспорт булған хәлдә лә, баҙарҙа 200-300 һумдан һатып тороу мәшәҡәтлерәк, уның тулыһынса һатып бөтөлөрөнә берәү ҙә гарантия бирмәй.
Эш көрәк менән башланғайны...
Төбәктә иң беренсе һалынған юлдар уҙған быуаттың 30-сы йылдарына тура килә. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тигән боронғолар. Оҙаҡ йылдар Ейәнсура юлдары үтеп сыҡҡыһыҙ ине. Таш япма, аҫылмалы ағас күперҙәр, Эйек йылғаһын паром аша сығыу... Төбәктә хатта ошо тармаҡты хеҙмәтләндергән айырым бүлексә лә булмаған.
1965 йылда районда 1366-сы етештереү участкаһы ойошторола. Шул саҡтан тимер-бетон конструкциялы баҫмалар, ҡаты япмалы юлдар һала башлайҙар. Бер йылдан был участкаға Өфө автомобиль һәм юл төҙөлөшө техникумын тамамлап килгән йәш белгес, инженер Зөлфиә Биктимерова етәксе итеп тәғәйенләнә.
– Иҫәнғолға тәү килеүемде әле булһа хәтерләйем, – ти Зөлфиә Хаживәли ҡыҙы. – Бүлексәлә етәксе һәм бухгалтер менән бергә ете кеше, өс ат бар. Бөтә нәмә ҡул көсө менән атҡарыла. Юл һалырға әҙерлек эштәрен башҡарғанда үҙем үлсәйем, үҙем тамғалайым. Соҡорло урындарҙы тигеҙләйбеҙ, емерелеп барған ағас күперҙәрҙе төҙәтәбеҙ. Ауылдарға юл юҡ. Ямғыр яуһа, үтерлек тә булмай. Көрәк, балта тотоп, ат үткән ерҙә ат менән юл һалабыҙ. Аҙаҡ яйлап кәрәкле техника һатып ала башланыҡ, ләкин юл төҙөлөшөндә эш бер ҡасан да еңелдән булманы. Иртән иртүк килә инек, төн еткәс кенә ҡайтабыҙ. Шулай ҙа заманалар яҡшыра барҙы, техника артты.
Әле Зөлфиә Хаживәли ҡыҙы хаҡлы ялда. Бөгөн Ейәнсура юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы. Коллектив инновация технологияларын ҡулланыуҙа әүҙемлек күрһәтә. Улар тармаҡта тәүгеләрҙән булып юл төҙөлөшөндә ваҡ ташлы һәм мастикалы асфальт-бетон ҡулланыуға күскән. Яңы технология юл төҙөлөшөн күпкә сифатлыраҡ итә, уның файҙаланыу ваҡытын оҙайта.
Коллективта бөгөн йөҙгә яҡын кеше эшләй. Эш хаҡы тотороҡло, хеҙмәткәрҙәр кейем, йылы аш менән тәьмин ителә. Торлаҡ төҙөгәндә, фатир һатып алғанда ярҙам күрһәтелә. Шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге лә бар.
Эйе, һауа шарттары ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, юл төҙөүселәр көндө төнгә ялғап эшләй. Был төбәктә юлдарҙың тигеҙлегенә, һәр саҡ таҙа тотолоуына, ғөмүмән, бар ерҙә тәртип булыуына халыҡ өйрәнеп тә бөткән инде. Уңған коллективҡа хәҙер тәжрибәле белгес Геннадий Ерофеев етәкселек итә.