Мәртәбә лә, файҙа ла…03.12.2014
Кисә Өфөлә эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды. Был сара үҙ эшен асырға ниәтләгән йүнселдәргә ярҙам итеү, республикабыҙ иҡтисадын үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Аҙналыҡ программаһына ярашлы, төрлө темаға семинарҙар, билдәле эксперттар ҡатнашлығындағы оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороласаҡ. Эшлекле форум барышында шулай уҡ “Йыл эшҡыуары” республика конкурсының еңеүселәре лә тәбрикләнәсәк. Эшҡыуарлыҡ хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Башҡортостанда бының өсөн булдырылған шарттар хаҡында әйтеп китеү артыҡ булмаҫ.
Киләһе йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары уҙғарылыуы мөһим ваҡиға булып республикабыҙ тарихында ҡаласаҡ. Был иҫтәлекле сара төбәк иҡтисадына ниндәй йоғонто яһар? Башҡортостандың ҡеүәтен төрлө яҡлап арттырыу йәһәтенән ниндәй мөмкинлектәр бар? Ошо хаҡта «Коммерсантъ» нәшриәт йорто ойошторған ҡорҙа белгестәр үҙ фекере менән уртаҡлашты.
– Саммиттың беҙҙә уҙғарылыуы Башҡортостандың үҫешкән төбәк булыуын дәлилләй, – тине Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестиция эшмәкәрлеге идаралығы начальнигы урынбаҫары Нияз Фазылов. – Һәр килгән инвестор ниндәйҙер эш башлар алдынан республиканың илдәге рейтингына, урындағы сәйәсәткә, инфраструктураға иғтибар итә. Донъя кимәлендәге сара инвесторҙарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген арттырыр тип ышанабыҙ.
Белгестәр белдереүенсә, республиканан тауар экспортлау күләме йыл башынан алып 9,9 миллиард долларға еткән. Был иһә уҙған йыл менән сағыштырғанда 18,5 процентҡа күберәк. Башҡортостан ошо йәһәттән Голландия, Италия, Ҡытай, Һиндостан менән бәйләнеште нығытҡан. Әйткәндәй, һуңғы өс йылда инвестиция йәлеп итеү әүҙемләшкән. Быйыл ул күрһәткес былтырғыға ҡарағанда алты процентҡа артҡан.
Саммиттың Өфөлә үтеүе баш ҡалабыҙҙың йөҙөн шаҡтай үҙгәртеүе хаҡында ла әйтеп киттеләр. Мәҫәлән, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты быға тиклем сәғәтенә 200 кешене үткәрә алһа, киләһе йылда һан 800-гә тиклем артасаҡ. Был иһә аэропортта яңы терминал һәм осош һыҙығының төҙөлөүенә бәйле. Бынан тыш, ер аҫты үткәүелдәренең, күперҙәрҙең, ҡунаҡханаларҙың төҙөлөүе, мәҙәни усаҡтарҙың яңыртылыуы ҡаланы матурлаясаҡ.